Яйыҡ
+20 °С
Ясно
Новости
22 Июля , 04:37

"Башҡорт булһаҡ"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Башҡорт булһаҡ""Башҡорт булһаҡ"
"Башҡорт булһаҡ"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мәүлит Ямалетдиновтың шиғыры көйгә һалынды. 

Был ни хиҡмәт: йәй арба юҡ, ҡыш – санаһы,
Ил халҡының аһ-зарҙан юҡ бушанаһы.
Иләймәндең теле балдай, фиғеле алдай,
Хоҙайҙан тыш инде кемгә ышанаһы?!

“Мин-башҡорт!” – тип ҡысҡырыуҙан мәғәнә юҡ,
Ҡуҡыр затта башҡортлоҡтоң эҙе лә юҡ.
Ысынлап та башҡорт булһаҡ, шып-шым ғына
Бөйөк эштәр башҡарырға өйрәнәйек.

Берәү әйтә:” Башҡорт халҡы миллион ярым”,
Берәү әйтә: “Илле миллион башҡорттарым”.
Ә мин әйтәм:”Татыу йәшәп өйрәнмәһәк,
Файҙа булмаҫ ҡаплаһаҡ та беҙ Ер шарын”.

Боронғолар һүҙен утҡа яҡмайыҡ, тим,
Битарафлыҡ һаҙлығына батмайыҡ, тим.
Зиһенебеҙ Ай аръяғын айҡағанда,
Рухи яҡтан мәмерйәгә ҡайтмайыҡ, тим.

Тел тигәндән, минең дә бер фаразым:
Тел бирмәктән ил бирмәккә – бер аҙым.
Сәсндәрҙең телен элек батшалар
Юҡҡа ғына киҫмәгән ул, быратым.
 
Ер урғылтҡан һәр бер шишмә һалҡын түгел,
Алтын таҡҡан һәр бер кеше алтын түгел.
Сит ерҙәрҙә кәрәк хан бул, кәрәк солтан –
Ул барыбер һинең туған халыҡ түгел.
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас