Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
23 Июля , 03:35

"Бәхеттең иң ҙуры"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Бәхеттең иң ҙуры""Бәхеттең иң ҙуры"
"Бәхеттең иң ҙуры"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мәүлит Ямалетдиновтың шиғыры көйгә һалынды. 

Һәр кем ымһына бәхеттең иң ҙурына,
Өмәт өҙмәй уның шулай булырына.
Ни ул бәхет?
Шул һорауҙың яуабын тап,
Барып баҫмаҫ борон Аллаһ хозурына.

Баш булмаһаң иренеү тигән яуызыңа,
Бешкән алма үҙе төшмәҫ ауыҙыңа.
Хоҙай һиңә ғүмер биргән. Ҡалған яғын
Ҡайғыртыуы йөкмәтелгән яңғыҙыңа.

Иренмәһәң, баҡсаң тулы еләк-емеш,
Аңлағанға ошо үҙе бәхет имеш.
Тирең түгеп тапҡаныңдың ҡәҙерен бел-
Кемгә бәхет алып килгән алтын-көмөш?

Халыҡ әйтә, мин ишетәм, ҡәләм яҙа:
“Эш һөйгәндең, йыумаһа ла, ҡулы таҙа.
Кеше хаҡын ейгәндәрҙең бысраҡ ҡулы
Һис таҙармаҫ, хушбуй менән йыуһалар ҙа”.

Ер үҙенә ҡабат-ҡабат эйелгәнде ярата,
Күкрәгенә ҡара тирең түгелгәнде ярата.
Кәрәк булһа, хатта, йәнде фиҙа ҡылып, ҡурсалап,
Тыуып-үҫкән еркәйем, тип өҙөлгәнде ярата.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас