Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
23 Июля , 05:31

Илселә "ендәр килен күсерҙе"

Ауылдың икенсе яғындағылар был хаҡта белмәй ҙә ҡалған.

Илселә "ендәр килен күсерҙе"Илселә "ендәр килен күсерҙе"
Илселә "ендәр килен күсерҙе"

Өргөн күлендә  9 июль торнадо ҡубыуы тураһында яҙғайныҡ. 16 июль оҡшаш ғәрәсәт Илсе ауылын да һелкетеп алды. Кинәт пәйҙә булған көслө ел өйөрмәге апаруҡ зыян килтерә: өс йорттоң ҡыйыҡтарын өләшләтә алып бәрә, тиҫтәләп ихатала ҡаралтыларҙы заралай, ҡоймаларҙы туҙҙыра.  Һуңынан видео аша был ғәрәсәтте ҡараныҡ, ҡыйыҡ һәм ҡоймаларҙың тимер табаҡтары ултыраҡ өҫтөндә ҡара ҡоштар кеүек урала ине.

Зыян күреүсе кешеләр юҡ, бөтә учреждениелар штаттағы режимда эшләй, зыянды иҫәпләү менән  махсус комиссия мәшғүл, тип хәбәр ителде.Дауыл өйрмәк рәүешендә үткән. Сөнки ауылдың икенсе яғындағылар был хаҡта белмәй ҙә ҡалған. Улай ғына ла түгел бит әле – йәнәш йәшәгәндәрҙең дә береһенең ихатаһында ҡоторған, икенселәрҙекен урап үткән. Бындай уҡ масштабта булмаһа ла, күптәребеҙ оҡшаш аномалияларҙы күргәне бар инде, ололар “Ендәр туй үткәрә, юлдарынан ситтә тороғоҙ” йә “Шайтан килен күсерә”, - тип әйтерҙәр ине. Заман белгестәре лә оҡшаш кәңәш бирә: ел-дауыл көсәйә икән, ишек-тәҙәрләрҙе ябып, өйҙә, тәҙрәләрҙән ситтәрәк  ултырыр кәрәк. Ситтә булһағыҙ, ағастар, тотороҡһоҙ конструкциялар аҫтында йәшеренмәгеҙ, яҡында быяла юҡлығына, баш өҫтөндә электр сымдары үтмәүенә лә иғтибар итегеҙ. Һис юғында берәй уйһыуыраҡ ерҙә сүкәйеп ултырырға мөмкин,ти.

Хәүефле хәлдәргә тарыһағыҙ, берҙәм 112 номеры буйынса,  йә 20-112 номеры буйынса райондың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас