“Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтәбеҙ” проекты сиктәрендә “Яйыҡ” гәзите мөхәрририәте билдәле шағир Рамай Рәис улы Ҡаһиров менән берлектә Учалы районы ауылдары тураһында йырҙар сығарҙы. Компьютер технологиялары быға хәҙер ирек бирә – өҙҙөрөп йырларға ла өйрәнде. Башта акцент ныҡ һиҙелһә (сит ил сайты башҡортса белмәй ине), аҙаҡ апаруҡ шымарып алды.
Исемлекте ҡайһы йыр ҡасан “Бәйләнештә” төркөмөндә ҡуйылыу тәртибендә ҡуябыҙ: Илсе, Наурыҙ, Илтабан, Ғәлиәхмәр, Ҡобағош, Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар, Комсомольск, Ҡалҡан, Рысай, Ҡунаҡбай, Абҙаҡ, Өргөн,Ҡоҙаш, Сәфәр, Ураҙ, Яңауыл, Ҡолош, Иманғол, Ишкен, Һәйтәк, Ишмәкәй, Уральск, Сораман, Мансур, Ҡорама, Әпсәләм, Аһылай, Ғәҙелша, Амангилде, Һөйөндөк, Иҫке Байрамғол (Әүеш), Ялсығол, Балбыҡ, Шәрип, Кәрим, Учалы ауылы, Учалы ҡалаһы, Миндәк, Килмәк, Ахун. 39 ултыраҡ тураһында 41 йыр Рамай Ҡаһирҙың һүҙҙәренә яҙылды, бындай оло хеҙмәте өсөн Рамай Рәис улына бөтә учалылар исеменән рәхмәт белдерәбеҙ! Бер төбәктең шул ҡәҙәр күп ултыраҡтарына айырым бағышланған шиғыр-йырҙар ижад ителеүе – донъяла булмаған хәлдер! Һуңынан был проектҡа урындағы башҡа шағирҙар – Мөнир Иҡсанов (“Миндәк”), Йәмилә Фәррәхова (“Килмәк”), Шәүлиә Зөлҡарнаева (“Ахун”) ҡушылдылар, “Оҙонгүл” иһә Нәҡип Әйүпов биргән Ишмөхәммәт Рамаҙановтың һүҙҙәренә барлыҡҡа килтерелде. Учалы районында 88 ултыраҡ иҫәпләнә, теләгәндәрҙең барыһына ла эш етерлек әле алда.
Был йырҙарҙы тыңлап та, оҡшатмаған кешеләрҙе бик һирәк осраттыҡ. Киреһенсә, күптәр ишетмәгән генә икән шул. Ҡәҙерле ағай-апайҙар, әгәр ҙә үҙегеҙ интернет менән ҡулланмаһағыҙ икән, балаларығыҙға йә ейәндәрегеҙгә ҡушығыҙ – үҙ телефондары аша булһа ла, “Яйыҡ” гәзите төркөмөнә инеп ( https://vk.ru/club165174096) , һеҙгә ишеттереүҙең бер ҡыйынлығы юҡ.
Төркөмөбөҙҙә конкрет йыр аҫтына нисәмә “лайк” ҡуйылыуына ҡарап та, был ауылдың ул-ҡыҙҙары ниндәй кимәлдә тыуған ауылдарын һөйә икәнлеген төҫмөрләргә мөмкин. Төйәктәренә иң тоғролар Абҙаҡта йәшәй – 142 “лайк” йыйылды, уларҙан саҡ ҡына Ҡоҙаш ҡалышты (136). Йөҙ ыңғай баһа сиген шулай уҡ Өргөн (130), Илтабан (114) һәм Наурыҙ (103) үтә алдылар, афарин! Был ауылдарға һәм ундағы халыҡҡа хөрмәт йөҙөнән һәм үҙенә күрә приз рәүешендә был шиғырҙарҙы гәзиттә ла баҫтырып сығарайыҡ.
"Абҙаҡ"
Һеҙҙә йәшәй оҫта ҡуллы
Һөнәрселәр - таланттар.
Йырға, бейеүгә лә маһир,
Дәртле бит һеҙ, Абҙаҡтар!
Ыҙғыштарҙан йыраҡһығыҙ,
Насар уйҙан - азаттар.
Киң күңелле, ихтирамлы,
Ярҙамсыл һеҙ, Абҙаҡтар!
Барыбыҙҙы урап үтһен -
Бәлә, ауырыу, ғазаптар.
Һеҙ - тарихҡа алтын баған
Ҡуйған халыҡ, Абҙаҡтар!
Йәштәргә лә бирһен Хоҙай,
Ныҡлы, һынмаҫ ҡанаттар.
...Ҡыуанып йәшәргә яҙһын, -
Яҡташтарым, Абҙаҡтар!
“Ҡоҙаш”
Һәр саҡ барғым килеп тора,
Матур ауыл - Ҡоҙашҡа.
Алсаҡ йөҙлө кешеләрен, -
Оҡшатамын ҡояшҡа!
Күңелдәре - нурҙар сәсә,
Йомарт улар һый- ашҡа.
Тәбиғәте шундай гүзәл, -
Таң ҡаламын Ҡоҙашҡа!
Ҡылы менән Ҡандыболаҡ
Аға унда сылтырап.
Ерҙең ҡояшлы яғы ул -
Унда һәр саҡ яҡтыраҡ!
Күңелдәргә иман сәсер
""Мәүлиҙә" мәсеттәре.
Намаҙ уҡыр, доға ҡылыр,
Ҡарт-ҡоро һәм йәштәре!
Татыу халыҡ йәшәй унда,
Ҡыҫҡаса - афариндар!
Йыр-бейеүгә моңло халыҡ,
Яңғырап тора моңдар!
Шундай күркәм, Ҡоҙаштарҙың -
Йорттары, мәсеттәре.
Динле булғас, ташып тора
Бәрәкәт, бәхеттәре!
Күңелемде болот баҫһа,
Мохтаж булһам ҡояшҡа.
...Нур, яҡтылыҡ, илһам эҙләп, -
Бара һалам Ҡоҙашҡа!
“Өргөн” ("Бишбармаҡ", көйгә һалынған өс йырҙың береһе)
Беҙҙең Өргөн ауылының
Урамдары - биш тармаҡ.
Байрам һайын һәр бер өйҙә
Бешә тәмле бишбармаҡ!
Хужабикә туҡмас киҫә,-
Гәүһәр ҡашлы балдағы.
Табындарҙың йәмен биҙәй
Башҡорттоң бишбармағы!
Беҙҙең ауыл күл буйында,
Урамдары - биш тармаҡ.
Ҡунаҡ килһә, һый -хөрмәте:
Буҙа, ҡымыҙ, бишбармаҡ.
Дәртле хужа ҡурай тарта,
Һиҙәм, мәжлес башламаҡ.
Күңелдәрҙе күтәрә шул,-
Әсе бал һәм бишбармаҡ.
Һай бишбармаҡ, бишбармаҡ,
Һинһеҙ ҡайҙарға бармаҡ?!
...Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ,-
Беҙҙә бешә бишбармаҡ!
"Илтабан"
Тыуған яҡтың матурлығын
Күрәм дә, ҡалам хайран.
Зәңгәр һыуҙарын сайпылтып,
Йәйрәп ята Илтабан!
Ҡолас йәйеп ҡаршы ала
Дан тауым - Ҡыҙылташым.
Учалымдың бер йәме һин -
Ауылым, йөҙөк ҡашым!
Ожмахтарҙың бер мөйөшө,
Һаумы, ғорур Ҡыҙылташ!
Инәй самауыр ҡуйғандыр, -
Өҫтәлендә - ҡайнар аш!
Алсаҡ, уңған ауылдаштар
Йәшәйҙәр бында һаман.
Киң күңелле халҡың менән
Данлыһың һин, Илтабан!
Йәйрәп ята баҫыуҙарың,
Иркен урман-ҡырҙарың.
Егеттәрең уңған, етеҙ -
Һылыу ҡатын-ҡыҙҙарың!
Әгәр яҙмыш алып китһә
Сит тарафтарға табан.
...Уттарыңды маяҡ итеп, -
Ҡабыҙып тор, Илтабан!
"Наурыҙ"
Күңелдәрҙе сафландырыр
Аллаһҡа табыныуҙар.
Һеҙ - иманлы халыҡ бит ул,
Яҡташтар, Наурыҙҙар.
Ситкә китһәк, йонсотор ул
Һағыштар, һағыныуҙар.
Учалымдың йөҙөк ҡашы,
Ул һеҙ бит, Наурыҙҙар!
Талмаһын осор ҡанаттар,
Нығынһын ҡауырыйҙар.
Һеҙ - зәңгәр күкте иңләрлек
Бөркөттәр, Наурыҙҙар!
Донъя ипләнер, ышанам,
Бөтөр бәлә-һынауҙар.
Өмөттәр сәсеп йәшәйек-
Ил күрке, Наурыҙҙар!
Һеҙҙең дәртле күңелдәрҙән
Ағылһын сағыу нурҙар.
...Бар донъяға йәмдәр бөркөп,
Йәшәйек, Наурыҙҙар!
Рейтинг үҙе генә лә билдәле һығымталар яһарға ирек бирә шул. Әйтәйек, бәләкәй генә Ишкен ауылы 67 лайк йыйһа, янында ғына урынлашҡан ҙур Уральскта 2-3 тапҡыр кәм, ә йырҙар ҙа, шиғырҙар ҙа бер кимәлдәрәк, бер автор тарафынан яҙылғандар. Шуға, объектив сәбәптәр менән призерҙар һанына эләкмәһә лә, был мәҡәләне Ишкенгә бағышланҡан шиғыр менән тамамлайыҡ.
“Ишкен”
Ҡайҙа барма - дуҫтар көтә,
Дуҫтарым күп: йөҙ, меңдәр.
Шул дуҫтарым араһында
Иң шәптәре - Ишкендәр!
Унда уңған халыҡ йәшәй,
Шаулап үҫә игендәр.
Киң күңелле һәм ҡунаҡсыл,
Шәп халыҡ ул, Ишкендәр!
Унда барһам - күңел йырлай,
Илһамлы үтә көндәр.
Йырға-моңға дәртле халыҡ,
Яҡташтарым, Ишкендәр!
Тәбиғәте ниндәй хозур,
Ялан-ҡырҙар иркендәр.
Шөкөр итеп, иман тотоп,
Матур йәшәй Ишкендәр!
Ошо затлы, шәп ырыуҙан
Сыҡҡан данлы исемдәр.
Һеҙ тарихҡа алтын баған
Ҡаҡҡан халыҡ, Ишкендәр!
Учалы - таланттар иле,
Беҙҙә йәшәй иң-иңдәр.
...Шул дуҫтарым араһында, -
Иң шәптәре - Ишкендәр!
Кем үҙ ауылының “үгәйһетелеп” ҡалыуын теләмәй, мөхәрририәткә ВКонтакте селтәре аша Бәләкәй Ватаны тураһында шиғыр ебәрә йә үҙе килтерә ала, йәһәт көйгә һалып, интернетҡа сығар ырбыҙ.