Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
27 Июля , 06:09

"Яҡшы тормош көтөп"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Яҡшы тормош көтөп""Яҡшы тормош көтөп"
"Яҡшы тормош көтөп"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мәүлит Ямалетдиновтың шиғыры көйгә һалынды. 

Ғүмер баҡый кеше йәшәй өмөт илә:
Яҡшы тормош ана килә, бына килә.
Был – әкиәт түгел, тигән әкиәтте
Аң-тоң белмәҫ елкенсәккә барып һөйлә.
Был – әкиәт түгел, тигән әкиәтте
Аң-тоң белмәҫ елкенсәккә барып һөйлә.

Әле генә үҫмер инек. Ҡайҙа булды?
Коммунизм етә тинек. Ҡайҙа булды?
Буш хыялдар бойомдарға ашмаһа ла,
Хөкөм һөрҙө әҙ-мәҙ тиңлек. Ҡайҙа булды?
Буш хыялдар бойомдарға ашмаһа ла,
Хөкөм һөрҙө әҙ-мәҙ тиңлек. Ҡайҙа булды?

Инабатһыҙ дәүерҙәргә килеп керҙек –
Ябырыла берсә дефолт, берсә көрсөк.
Эш дәүерҙә түгел буғай. Бөйөк Тәңре
Шуны беҙгә күрһәтәлер күҙгә төртөп.
Эш дәүерҙә түгел буғай. Бөйөк Тәңре
Шуны беҙгә күрһәтәлер күҙгә төртөп.

Килде заман: йәмғиәттең эсе йомаҡ.
Ә тышта һуң? Юлда тоҙаҡ, телдә – йоҙаҡ.
Һынаған бар: бина бикле торһа оҙаҡ,
Унда һәр саҡ рәхәтләнеп үрсей ҡомаҡ.
Һынаған бар: бина бикле торһа оҙаҡ,
Унда һәр саҡ рәхәтләнеп үрсей ҡомаҡ

Донъя малы була тора, бөтә тора,
“Ышанмағыҙ! Беҙ – фани”, -тип әйтә тора.
Тик был вәғәз бер ҡолаҡтан инеп,
Икенсеһе аша сығып китә тора.
Тик был вәғәз бер ҡолаҡтан инеп,
Икенсеһе аша сығып китә тора.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас