Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
3 Сентября , 10:40

Күңел талабы буйынса

27 август көнө Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Граждандар форумы сиктәрендә «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһының VII республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс еңеүселәрен Башҡортостандың вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов, башҡа абруйлы вазифалы кешеләр ҡотланы.

Күңел талабы буйынсаКүңел талабы буйынса
Күңел талабы буйынса

27 август көнө Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Граждандар форумы сиктәрендә «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһының VII республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс еңеүселәрен Башҡортостандың вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов, башҡа абруйлы вазифалы кешеләр ҡотланы.

Быйыл республикабыҙҙың 21 ҡалаһынан һәм районынан йәмғеһе 35 ир-ат «Атай ҡаһарманлығы» премияһы менән дәртләндерелде. Шуныһы ҡыуаныслы, «Атай ҡаһарманлығы» наградаһына һәм лауреат дипломына лайыҡ булыусылар араһында яҡташыбыҙ, Учалы районы уҙаманы Эльдар Ғәйнулла улы Уйылданов та бар.

Эльдар Ғәйнулла улы Илсе ауылынан. 1973 йылда Фирҙәүес һәм Ғәйнулла Уйылдановтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Илсе урта мәктәбен, Стәрлетамаҡта педагогия институтын уңышлы тамамлай. Ир-егеттәргә тейешле мөҡәддәс бурысын үтәп, әрме хеҙмәтендә лә йөрөп ҡайта. Хеҙмәт юлын мәктәптә уҡытыусы булып башлай һәм өс тиҫтә йылға яҡын белем усаҡтарында тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән балаларға белем бирә. Бөгөнгө көндә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Муртыҡты филиалында хеҙмәт юлын дауам итә.  

Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Эльдар Уйылданов Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған был конкурста ҡатнашыуын ир-егеттәрҙең ғаиләләге, йәмәғәт тормошондағы ролен, абруйын күтәрергә ынтылыуы менән аңлата. Ике бала атаһы, өлгөлө ғаилә башлығы әлеге ваҡытта ирекмәнлек эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Ирекмәнлек тигәндән, Уйылдановтар был йүнәлештә бөтә ғаиләләре менән тырыша. Улдары Дим өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юлланғас, унда яугирҙарға тәү сиратта нимәләр кәрәк икәнлеге, нимәгә мохтажлыҡ кисергәндәре хаҡында яҡшы хәбәрҙарҙар. Илсе ауылы китапханаһында китапханасы булып эшләүсе ҡатыны Роза Урумбай ҡыҙы тарафынан ауылда ирекмәндәр штабы булдырыла. Ил-көн яҙмышына битараф булмағандар йыйылып китапханала һаҡ селтәрҙәре үрә, дрондарға ҡаршы япмалар тегә, һалдаттарҙың һорау-ихтыяжы буйынса гуманитар ярҙам туплай. Бер нисә йүнәлеш буйынса алып барылған бындай эш дүртенсе йыл һөҙөмтәле дауам итә.

- Бер нисә йыл элек әле, ауылдаштар беренсе тапҡыр дрондарға ҡаршы япма теккәс, дөрөҫ эшләгәнбеҙме икән тип, тикшереп ҡарарға булдыҡ. Иҫемдә, ул төндә көслө ҡойма ямғыр яуа, ел иҫә ине. Мин Камилла ҡыҙым менән дрондарға ҡаршы япма ябынып урам буйлап киттек. Ә ҡатыным, тепловизор кейеп, беҙҙе күҙәтә. Төрлөсә иттек, әммә япманы йылылыҡты абайлаусы ҡорамал тойманы. Күңелгә шул тиклем йылы булды шул саҡта, сөнки һис икеләнмәйенсә яугирҙарыбыҙға уны ебәрергә була тигән һүҙ ине бит был, - тип иҫләй ирекмән.

Ил-көнгә битараф булмаған ауылдаштар, яҡташтар, ауылдан ситтә йәшәүселәр ярҙамы менән ни бары бер аҙна эсендә генә 27 роутер, 7-8 һаҡ селтәрҙәре һ.б. ярҙам төрҙәре туплап МХО-ға оҙатыуҙарын ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Шулай уҡ 2023 йылда Эльдар Уйылданов ҡатыны Роза Урумбай ҡыҙы менән махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайта. Дүрт машина ылау юллана ул тапҡырҙа. Луганск Халыҡ Республикаһының Кременная ҡалаһына юл тоталар. Учалы егеттәренә исемле посылкалар, яугирҙарға ярҙам алып барып тапшыралар. Әлбиттә, емерелгән ауыл-ҡалалар, яҡташ егеттәр менән осрашыу береһен дә битараф ҡалдырмай. Бер ни уйламай, шаярышып йөрөгән ауыл егеттәрен, үҙенең элекке уҡыусыларын, Эльдар Ғәйнулла улы унда бөтөнләй икенсе фиғелдә күрә. Етдиләнгән, тәүәккәл яугирҙар ҡиәфәтендә. Шулай ҙа ауылдаштар менән ҡосаҡлашып осрашыу күпте күргән уҙамандың да, бер арауыҡ эсендә ысын ил һаҡсыларына әйләнгән һалдаттарҙың да күҙен берҙәй йәшләндерә. Яугирҙарҙың өй күстәнәстәрен айырым бер йылылыҡ менән шатланып ҡабул итеүҙәрен оноторлоҡ түгел ти.

Был сәфәр, әлбиттә, ирекмәнлек эшен тағы ла йәйелдеререгә кәрәк, тигән маҡсаттар ҡуя. Ошо маҡсатына Эльдар Уйылданов тоғро. Эшенән буш арала ауылдағы штаб эшенә ҡушыла - һаҡ селтәрҙәре, япмалар өсөн кәрәкле материалдарҙы ҡаланан килтерә, әҙерҙәрен штабҡа илтә һ.б..  

Бына шулай, махсус хәрби операция кемдең кем икәнен аныҡ асып күрһәтә. Фронтта ғына түгел, тылда, тыныс шарттарҙа ла!

Автор:Гюзель Латыпова
Читайте нас