Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
3 Сентября , 10:09

Көҙгө муллыҡ тантанаһы

Ҡунаҡбай ауылында быйылғы тәүге көҙгө йәрминкә үткәрелде.

Көҙгө муллыҡ тантанаһыКөҙгө муллыҡ тантанаһы
Көҙгө муллыҡ тантанаһы

30 август көнө Ҡунаҡбай ауылында ҡатын-ҡыҙҙар,ағинәйҙәр ойошмалары, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре берлегендә тәүге көҙгө йәрминкә үткәрелде. Көҙгө байлыҡтан өҫтәлдәр һығылып торҙо: бал, ҡайнатмалар, еләк-емеш, йәшелсә,пирогтар,салаттар, һөт ризыҡары. Төрлө конкурстар үткәрелде, мәҫәлән, гөлләмәләр буйынса  иң оригиналь букет тип  Рәйлә Әхмәтйән ҡыҙы Абдрахманованыҡы  табылды.

 Шулай уҡ йәрминкәнең патриотик өлөшө лә булды –  яу ҡырындағы яугирҙәребеҙ өсөн  күмәкләп һаҡселтәр үрҙек.

 

 Бындай сараларҙа ғаиләләре менән ихлас ярҙамлашып, күтәрмәләп йөрөүселәр: Сәфирә һәм Валерий Радостевтар, Нәзирә һәм Шәүкәт Мөхәмәтйәновтар, Рәйлә һәм Алмас Абдрахмановтар, Зөлфирә һәм Дамир Хөсәйеновтар, Лидия Алексеевна Шакирова,ҡәйнәһе Рәйлә Амирхан кыҙы, ҡәйенбикәһе  Аймара Марат кыҙы һәм башҡа күп.

Ҡатын ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы Гөлсинә Минғәли ҡыҙыХажиева  Алина ҡыҙы менән, Гөлфиә Камил ҡыҙы Йосопова Зөһрә ҡыҙы менән бергә дәррәү ҡатнаштылар.

 

 Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан олпат  ағинәйҙәребеҙ  Тәскирә Калимулла ҡыҙы Ханнанова һәм  Ғәзимә Әхмәтйән ҡыҙы Солтанова үҙҙәре үҫтергән  облепиха, помидор тәҡдим иттеләр. Илтабандан тип тормайынса, дан баҡсасы   Венера Ғәйнулла кыҙы Йосопова ла килеп етте, ул үҫентеләр тәҡдим итте.

 Һатып алыусылар аҙырак булһа ла,  күнелде төшөрмәнек, бик күңелле үтте байрамыбыҙ.

Ойоштороусылар - Аҡйондоҙ Әхмәҙиеваға, Гөлнара Йосоповаға, Луиза Әхмәтшинаға  ҙур рәхмәт әйтеп, бындай йәрминкәне һайлау көнөндә тағы үткәрергә килешеп, доньяларга именлек, илгә тыныслыҡ теләп тарлыштыҡ – барыбыҙға ла  муллыҡта-байлыҡта йәшәргә, хәләл көс менән тапҡандың ҡыуанысын күрергә яҙһын!

 

Таңһылыу Йосопова, Ҡунаҡбай ауылы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас