Ул мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, шәхси тупланмаларынан 11 миллиондан ашыу һум зыян күргән.
Тикшереү барышында билдәле булыуынса, уға Социаль фонд хеҙмәткәре тип үҙен танытҡан кеше шылтыратҡан. Шылтыратыусы пенсионерҙың иҫәпкә алынмаған эш стажы барлығын, шуға күрә уға пенсияны ҡайтанан иҫәпләйәсәктәрен хәбәр иткән. «Белгес» документтарҙы рәсмиләштереү өсөн консультацияға яҙылыу маҡсатында СМС-кодты әйтеүҙе күндергән, ҡатын әйткәндәрҙе теүәл үтәгән.
Артабан уның менән бәйләнешкә Дәүләт хеҙмәттәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының ялған хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан. Улар ҡатындың Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси аккаунтты боҙоуҙары һәм мутлашыу ғәмәлдәренә юл ҡуймау ниәтенән аҡсаларын алып «махсус курьерҙарға» тапшырыу кәрәклеген аңлатҡан.
Шулай итеп яҡташыбыҙ ике ай дауамында 11 миллион һумдан ашыу аҡсаларын өлөшләтә алып, әйтелгән "код" буйынса билдәһеҙ кешегә тапшырған. Финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре уның аҡсаларҙы ниндәй маҡсаттан сисеүен һорашҡан. Ҡатын иһә мутлашыусылар инструкцияһына ярашлы, балаларына матди ярҙам күрһәтергә теләүе хаҡында ышандырырлыҡ итеп яуап биргән.
Ҡатын алданыуын тик аферистар менән элемтә өҙөлгәс кенә аңлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: дәүләт структуралары һәм банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡса алыу, уларҙы өсөнсө кешеләргә тапшырыу йәки инструкция буйынса ҡушымталар ҡуйыу тураһында шылтыратмай. Икеләнеү тыуа икән, һөйләшеүҙе кисектермәй туҡтатырға һәм ведомствоның бүлексәһенә шәхсән барырға кәрәк.