Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
4 Сентября , 05:42

"Руль артында - тамсы ла ярамай!"

Был ҡатынды йәл түгел, иҫерек водитель – үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен, именлеген һанға һуҡмай.

"Руль артында - тамсы ла ярамай!""Руль артында - тамсы ла ярамай!"
"Руль артында - тамсы ла ярамай!"

Ирмәк инде әҙәм балаһы. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, былай ғына ышанмай, дәлилдәр талап итә торғанбыҙ. Ә икенсе тапҡырҙа, күҙгә күренгән, ҡырҡ тапҡыр тормош киреһен  иҫбатлағанға ла ышанмайбыҙ. Әйтәйек, һәр иҫерек водитель үҙенең тотлмаясағына ниңәлер ышана.  Хатта, берҙе һабаҡ алған осраҡта ла. Киреһенә  тамам инаныу өсөн тағы нисә миҫал кәрәк икән...

Алдараҡ ошо рәүештә  хоҡуҡ боҙған  32 йәшлек ҡатын  йәнә иҫерек килеш руль артында тотолдо һәм  хәҙер инде ҡылмышы Учалы район суды трафынан енәйәт булараҡ баһаланды.    320 сәғәт мәжбүри  эшкә хөкөм ителде, 2 йыл 6 ай автомобиль менән идара итеү тыйылды һәм, әлбиттә, автомобиле конфискацияланды.

Был ҡатынды йәл түгел, иҫерек водитель – үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен, именлеген һанға һуҡмай.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас