Яйыҡ
+29 °С
Облачно
Новости
8 Сентября , 08:26

Аҡ эт, ҡара эт - бары эт.

Хәтерләп ҡуйығыҙ – банк картаһы юғала икән, шундуҡ был хаҡта банкка белдертер кәрәк

Аҡ эт, ҡара эт - бары эт.Аҡ эт, ҡара эт - бары эт.
Аҡ эт, ҡара эт - бары эт.

74 йәшлек апайҙы йәл.  Урамда йөрөгәнендә банк картаһын юғалта, хәжәт төшмәгәс, бер-нисә көн  был хаҡта белмәй ҙә. Таба алмайынса, банкка картаһын ғәмәлдән сығарырға килгәнендә,  кемдер 15 мең һум аҡсаһын тотонғаны асыҡлана. Бында ла, үрҙәге кеүек, енәйәтсе мөғжизәгә ышанғандыр. Ә бындай төр енәйәттәрҙе асыҡлау сағыштырмаса анаһат икәнлеге мәғлүм – 33 йәшлек, ҡат-ҡат хөкөм ителгән граждан йәһәт  ҡулға алынды. Урамда тапҡан картанан аҡса урланымы, кеше кеҫәһенә керҙеме – бары уғрылыҡ. Аҡ эт, ҡара эт - бары эт!

Хәтерләп ҡуйығыҙ – банк картаһы юғала икән, шундуҡ был хаҡта банкка белдертер кәрәк. Әлбиттә, әгәр ҙә берәйһе “банктан” шылтыратып, картагыҙ менән сит кеше файҙалана һылтауы менән, номер йә кодты  телефондан әйттергә тотонмаған осраҡта. Сөнки фәҡәт ул үҙе жулик булыуы ла мөмкин.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас