Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
9 Сентября , 06:10

Саҡырылмаған ҡунаҡтар.

Беҙҙә ике магазинды талағандар

Саҡырылмаған ҡунаҡтар.Саҡырылмаған ҡунаҡтар.
Саҡырылмаған ҡунаҡтар.

Учалы район суды Силәбе өлкәһендә йәшәгән ике гражданды тәфтиш барған дәүерҙә үк ҡулға алыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Быйыл июль айында Учалы районындағы ике магазинды төнгө ваҡытта талауҙа ғәйепләнәләр. Күмәкләп һәм алдан килешеп, законһыҙ рәүештә бинаға инеп башҡарылған уғрылыҡ өсөн ҡатыраҡ яза бирелә торған, килтергән зыяндары ла ҙур күләмдә тип баһалана (   250 000  һумдан күберәк).

Бына шулай, “Бүре өңө янында һунар итмәй”, - тип әйтә торғандар, тик бына ситтә харам кәсеп ҡылыусылар ҙа бары тотола.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас