Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
10 Сентября , 09:45

«Башҡортостандан һөйөү менән»

Учалы районы йәнә «Башҡортостандан һөйөү менән» проектына ҡушылды.

«Башҡортостандан һөйөү менән»«Башҡортостандан һөйөү менән»
«Башҡортостандан һөйөү менән»

Учалы районы йәнә «Башҡортостандан һөйөү менән» проектына ҡушылды. Бөгөн район халҡы алыҫ Мәскәү ҡалаһының уҡыу йорттарында белем алған балаларына, туғандарына һәм яҡындарына, студенттарға һәм аспиранттарға бушлай посылкалар тапшыра алды.

Учалылар был акцияла дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Туғандарына һәм яҡындарына йылы кейем, күстәнәстәр, башҡа кәрәк-яраҡтар ебәреү йәһәтенән был проект бик отошло.

Ошо көндәрҙә эстафетаны төбәктең башҡа ауыл-ҡалалары ла ҡабул итә. Ойоштороусылар ике логистик коридор раҫлаған: 1-се маршрут: Учалы - Белорет - Асҡар - Сермән - Өфө - Саҡмағош - Дүртөйлө - Нефтекама - Ағиҙел - Мәскәү;

2-се маршрут: Сибай - Баймаҡ - Юлдыбай - Йылайыр - Иҫәнғол - Күмертау - Мәләүез - Салауат - Ишембай - Стәрлетамаҡ - Талбазы - Шишмә - Языков - Бүздәк - Бәләбәй - Туймазы - Мәскәү.

«Башҡортостандан һөйөү менән» проекты атайсал менән баш ҡаланы яуларға юлланғандар араһында ныҡлы бәйләнеште һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән күркәм ярҙам сараһы ул.

«Башҡортостандан һөйөү менән»
«Башҡортостандан һөйөү менән»
«Башҡортостандан һөйөү менән»
Автор:Гюзель Латыпова
Читайте нас