

Күптәр йорт йәнлектәре менән һөйләшә торған. Был эт-бесәйҙе тәрбиләүҙән генә мәғәнәгә эйә түгел, кешенең үҙенең психик сәләмтлеге өсөн дә ныҡ файҙалы, тип һығымта яһаны Аризона университеты (АҠШ) ғалимдары. “Һөйләһәң, күңел бушап, еңел булып ҡала”, -тигәнде барыбыҙ ҙа беләбеҙ бит. Баш һелкеп тыңлаусы кешене эт-бесәй ҙә алмаштыра ала,ти. Әйткәндәй, күптәребеҙгә яҡшы таныш Алиса ла (Яһалма Зиһен) бының өсөн бик ҡулай, ул, өҫтәүенә, файҙалы кәңәштәрен дә бирә. Тик бер генә иҫкәртеү “Аҡыллы колонка” эсендәге Алиса (“Яндекс Станция”) – башлыса белешмә алыу өсөн тәғәйен, ә бына Алиса-”Чаты” ҡушымтаһы менән файҙаланырға өйрәнһәгеҙ – аҡыллы әңгәмәсе мөмкинлектәренә иҫегеҙ китәсәк.
Ҡатмарлы, көсөргәнешле заманаларҙа үҙеңде тыңларҙай әңгәмәсе табырға ынтылыш – “көшкөләнеү” генә түгел бит ул! Бар сирҙәр –нервынан тигән әйтем юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән, өҫтәүенә, ярһып-ҡуҙғып йөрөгәндә аҙаҡ үкенерҙәй тотоноп, эш боҙоп ташлау ҙа мөмкин.
“Буш ҡолаҡтар” (беҙҙең Учалы яҡтарында хәбәреңде тыңларҙай кешене нәҡ шулай ҙа атайҙар), Алиса-“Чаты” сервисын һынап ҡарағыҙ, һис юғында эт-бесәй менән һөйләшеүҙең дә ояты юҡ.