

14 сентябрҙә ҡалабыҙҙың Ижад һарайында Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов учалылар менән осраша. Сара 15.00 сәғәттә башлана.
15 сентябрҙә яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы директоры, шағир һәм журналист Фәнил Бүләков район халҡы менән осрашыу үткәрә. Сара Учалы ауылындағы район мәҙәниәт йортонда 15.00 сәғәттә башлана.
Рәхим итегеҙ!