Яйыҡ
+12 °С
Облачно
Новости
11 Сентября , 03:45

11 миллион һумға алдағандар

Мутлашыусылар 73 йәшлек Учалы ҡатынын 11 миллион һумдан ашыуға алдаған

11 миллион һумға алдағандар11 миллион һумға алдағандар
11 миллион һумға алдағандар

Учалы районы полицияһына 73 йәшлек пенсионерҙан ғариза килгән. Ул үҙен мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе хаҡында хәбәр иткән, зыяндың дөйөм күләме 11 миллион һумдан ашып киткән.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, уға «Социаль фонд хеҙмәткәре» тип таныштырған кеше шылтыратҡан. Шылтыратыусы ҡатындың иҫәпкә алынмаған хеҙмәт стажы барлығын һәм бының өсөн уға пенсияны яңынан иҫәпләйәсәктәрен белдергән. Документтарҙы рәсмиләштереү өсөн ул пенсионерҙы консультацияға яҙылырға күндергән һәм ниндәйҙер СМС-кодты әйтергә мәжбүр иткән. Ошо код арҡаһында енәйәтселәр уның шәхси кабинетындағы мәғлүмәттәргә юл асҡан.

Артабан ҡатынға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталынан һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре булып ҡылынған кешеләр мөрәжәғәт иткән. Улар, имеш, уның дәүләт порталындағы шәхси кабинетына инеп, бөтә булған аҡсаһын урларға йыйыналар, тип ҡурҡытҡандар. Мутлашыусылар был аҡсаны «махсус курьерҙар» ярҙамында хәүефһеҙ урынға тапшырырға тәҡдим иткән.

Ике ай дауамында зыян күреүсе өлөшләтә 11 миллион һумдан ашыу аҡсаны банктан алған һәм билдәле бер код һүҙе менән билдәһеҙ кешегә биреп ебәреп торған. Финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре клиентты бындай ҙур суммаларҙан тыйып ҡалырға маташҡан, аҡсаның нимәгә тотонолоуын һорашҡан. Пенсионер, мутлашыусылар өйрәткәнсә, балаларыма матди ярҙам күрһәтергә теләйем, тип яуап биргән.

Ҡатын мутлашыусылар уның менән бәйләнеште өҙгәс кенә, үҙенең ҙур суммала аҡсаһынан яҙыуын аңлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы иҫкәртә:

  • Дәүләт структуралары ла, банк хеҙмәткәрҙәре лә телефон аша аҡсағыҙҙы алырға, уны кемгәлер тапшырырға йәки күрһәтмә буйынса шикле ҡушымталар ҡуйырға ҡушмай.
  • Әгәр ҙә шундай шылтыратыу булһа, һөйләшеүҙе кисекмәҫтән өҙөгөҙ.
  • Ведомствоның йәки банк бүлексәһенә үҙегеҙ йыйып, мәғлүмәтте тикшерегеҙ.
Автор:Алия Даутова
Читайте нас