

“Халыҡ дошманы” мөһөрө
Сайма 1926 йылда Туңғатар ауылында донъяға килә. Атаһы Йыһан Аҡҡужин данлыҡлы 1735-1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе – Аҡҡужа батыр нәҫеленән була. Беренсе ҡатынынан ике улы – Шаһикамал Аҡҡужин, Тайфур Кәримов тыуған. Ҡатыны вафат булғас, Сайманың әсәһе Йыһанға өйләнә. Ул да затлы нәҫелдән, Арғаяш районының бай ҡыҙы була. Унан Сәүҙә, Сайма, Мәҡсүт тыуа. Атаһы заманының иң уҡымышлы, динле һәм бай кешеләренең береһе һанала: хаж сәфәренә лә бара, ер эшкәртә, өйөр-өйөр йылҡы үрсетә. Ләкин совет власы урынлашҡас, яңыса фекерләгән зыялыларҙың яҙмышы аяуһыҙ була. Атаһын һәм Шаһикамал ағаһын, тағы ла Аҡҡужиндарҙың нәҫеленән күптәрҙе раскулачивать итәләр. Ауылдаштарының күбеһе күрә алмаусанлыҡтан яла яғып, донос яҙа. 1839 йылғы Йыһан оло йәштә булғас теймәйҙәр, ләкин ул үҙҙәренең тир түгеп йыйылған мөлкәттәрен тартып алып, “халыҡ дошманы” мөһөрө тағылып мәсхәрә ителеүен, улының һөргөнгә ебәрелеүен күтәрә алмай. Хурлыҡҡа түҙмәй, фани донъя менән хушлаша. Дүрт балаһы менән тол ҡалған әсәне өйҙәренән ҡыуып сығаралар. Ғаилә ауыл буйлап теләнселәп йөрөргә, төнгөләккә мунсала, келәттәрҙә йоҡларға мәжбүр була. Үҙ йорттары эргәһенән үткәндә, уларҙың йөрәктәренә ҡан һауа, тик ярҙам итер әмәл генә булмай. Шулай итеп ҡыҙҙың сабый сағы михнәттәргә сорналып үтә.
-Атайымдың тәүге ҡатынынан ҡалған ике баланы ла әсәйем етем итмәне, үҙенеке кеүек күреп үҫтерҙе. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай бит ул. Шаһикамал ағайым һөргөндән ҡайтҡас мине үҙҙәренә Мулдаҡайға аҫрауға алды. Еңгәм менән уларҙың балалары юҡ ине, - ти Сайма инәй, бала саҡ хәтирәләрен барлап.
Яҙмыш еле нисек кенә бормаламаһын...
Шулай итеп 11 йәшлек Сайма Мулдаҡайға ағаларына күсенә. Зирәк, тырыш ҡыҙ тиҙ арала яңы ғаиләлә үҙ кешеһенә әйләнә. Ете класс белемде Мулдаҡай мәктәбендә ала. 14 йәшенән эшкә егелә, алтын йыуыу эшенә разнаробочий булып төшә. Иртәнән кискә тиклем, ололар менән бер рәттән станок артында баҫып тора. Эш шарттары ифрат ауыр була. Ҡайһы бер өлкәндәр хатта балаларға ҡысҡырырға ла тартынмай: - Нимә ҡарап тораһығыҙ! Шәберәк ҡыймылдағыҙ! - тип екеренәләр. Ләкин Сайма бирешмәй. Ул үҙенән өлкәндәрҙең һүҙенән сыҡмай, барыһын да еренә еткереп башҡара. Алты йыл дауамында, ун туғыҙ йәшенә тиклем ошонда тир түгә. Талонға Американан килгән гуманитар ярҙамды - йомортҡа порошогын һәм шәкәрҙе яҡшы. хәтерләй. Шулар арҡаһында аслыҡтың ни икәнен тоймай үҫә. Шаһикамал ағаһы ла еңгәһе менән һеңлеләрен юҡ-барҙан өҙмәй, ҡыҙҙары һымаҡ үҫтерә.
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ
Һуғыш башланғас, тормош ауырлаша. Тылдағылар фронт өсөн эшләй. Олоһо ла, кесеһе лә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көс һала. Еңгәһе буй еткергән ҡыҙҙы тиҙерәк кейәүгә бирергә тырыша. Егеттәр менән таныштырып, димләп тә ҡарай. Ләкин ҡыҙ береһен дә оҡшатмай, барыһын да кире ҡаға. «Был кемде көтә икән? Үҙен ҡаф тауы артынан килеп алырҙар тип уйлаймы икән?», - тип бот саба. Ысынлап та, уның яҙмышы алыҫта - фронтта була. Буласаҡ тормош иптәше, Мулдаҡай егете Абдулла һуғышта башынан аҙағынаса йөрөй. Беренсе Украина фронтында ҡатнаша, Ленинград блокадаһын үтә, Брест ҡәлғәһендә һуғыша. Артиллерия дивизияһының разведка ротаһы командиры була. Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай. Яугир орден-миҙалдар тағып ҡайта. Йәштәр тәү күрешеүҙән уҡ бер-береһен оҡшата. 1945 йылда ғаилә ҡороп йәшәй башлайҙар. Абдулланы сельсовет рәйесе итеп ҡуялар. Әммә тыныс тормошта ла һынауҙары бөтмәй. Конторҙан сейфтағы аҡсаны һәм мисәтте урлайҙар, ә енәйәтсенең эҙенә төшә алмайынса, ғәйепте рәйестең үҙенә ябалар. Эшенә «һалҡын мөнәсәбәттә» булғаны өсөн эшенән сығаралар. Ғаиләнең берҙән-бер таянысы - һыйырҙарын һуйып, зыянды ҡапларға тура килә. Һуңынан сейфты табалар, бурҙар аҡсаһын алып йылға аръяғына ырғытҡан булалар, тик ғәйеплене тотоп булмай. Абдулла водитель ярҙамсыһы булып эшкә керә. Юҡ-бар ғына аҡсаһы ғаиләһен аҫрарға етмәй, ашарҙарына наҡыҫ, утынһыҙ интегәләр. Осон осҡа ялғап йәшәйҙәр. Шул мәл уға Стәрлетамаҡҡа уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Ғаилә башлығы икеләнеп ҡала, ҡатынынан кәңәш һорай. Сайма донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алып, уны уҡырға оҙата. Бик көслө рухлы ҡатын була ул. Биш йәшлек улы Самат менән өс йәшлек ҡыҙы Таибәне нисек ҡарармын, нимә ашатырмын, тип тә уйламай, үҙенең көсөнә ышана. Марат улын ултыртып, ҡайныһы менән ат егеп колхоз эшенә йөрөй. Кескәй Таибә үҙ ҡарамағында була. Ауылдың арғы осонда йәшәгән ҡәртнәһендә көн үткәрә, ул өйҙә булмаһа үҙҙәрендә ваҡыт уҙғара.
-Күршеләребеҙ бик яҡшы кешеләр булдылар, миңә күҙ-ҡолаҡ булып, кертеп ашатып сығара торғайнылар, - ти Таибә апай.
Шулай ҙа бирешмәйҙәр: ғаилә башлығы уҡып зоотехник дипломы ала. Мулдаш, Мулдаҡай, Һөйөндөк, Һөләймән, Көсөк, Кәрим ауылдарына зоотехник итеп ҡуялар.
Бер мәл Сайма инәй колхозда ал-ял белмәй эшләгәнендә ауырып китә. Ауыр эштәрҙә эшләп, эске органдары түбәнселәгән, тип табиптар уға диагноз ҡуя, башҡа эшләргә ҡушмайҙар. Ғаилә тырышып йорт һала башлай. Әммә бында ла сәбәбе сыға. Ғаилә башлығы бүрәнә килтерергә колхоз машинаһын алып тора. Быны белеп ҡалып йыйылыш үткәрәләр, һорауһыҙ алғанһың тип, Абдулланы эшенән сығаралар. Бер яҡтан эштән китеүе яҡшы була, көҙгә тиклем өйҙәрен бөтәйтергә форсат тейә. Унан инде ире алтын гидравликаһына эшкә урынлаша, ғаилә матди яҡтан нығынып китә, тормоштары яйға һалына. Күпмелер ваҡыт үткәс, тормош иптәшен ҡайтанан колхозға “ҡоҙалай” башалйҙар. Партия кешеһе булғас баш тарта алмай, ризалаша. Управляющий, зоотехник булып намыҫлы хеҙмәт итә, бер аҙҙан Туңғатар менән Ҡарт Муйнаҡ араһындағы маслопромға етәксе итеп ҡуялар, бөлгән предприятиены тергеҙә, гөрләтп эшләтеп ебәрә. Сайма әбей ҙә шунда эшләй, аппаратсы була.
1983 йылда ирк хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаилә Учалы ҡалаһына күсенә. Фатирҙарында Абдуллаһы менән ни бары 3 йыл ғына йәшәп ҡала Сайма инәй. Тормош иптәше үпкә шешенән вафат була. Үҙе хаҡлы ялға тиклем Өргөн ял йортонда горничная булып эшләй, маҡталып хеҙмәт итә.
Табиптарҙы аптыратып...
Сайма инәйҙең оҙон ғүмер сере нимәлә? Ул быны ябай ғына аңлата: -
-Эсмәйем, тартмайым, дарыуҙы ауыҙыма ла алманым. Үҙем йыйған үләндәр менән дауаланам, - ти.
Ул бала саҡтан уҡ урманды ярата. Ҡара яҙҙан көҙгә тиклем Ирәндек тауҙары буйлап йөрөп, дарыу үләндәре, еләк-емеш йыя.
-Ҡалаға күсенгәстәре, иртә таңдан Учалы ауылында тимер юл вокзалына барып, электричкаға ултырып, Ҡарт Муйнаҡ станцияһында төшөп ҡала ла, Ирәндегенә китә ине. Уның ҡартатаһы ла үлән менән дауалаусы булған. Нәҫелдәренән киләлер күрәһең был шөғөлдәре, - ти ҡыҙы.
Инәй хатта ковид эпидемияһы ваҡытында ла дауаханаға бармай, үҙе йыйған үләндәр менән генә шәбәйеп сыға. Бер мәл уның бот һөйәге һынғас, табиптар уны тора алмаҫ, ике йылдан артыҡҡа бармаҫ, тип яҡындарын иҫкәртә. Табиптарҙың хәбәрен шым ғына тыңлап ятҡан әбей һуңынан Марат ейәненән: “Нимә ти ул, оҙаҡҡа бармаясаҡ тип әйтәме? Көтөп торһон әле, үлермен мин уға үлмәй”, - тип бармаҡ янай. Ысынлап та, ихтыяр көсө һәм табиптарға, яҡындарына рәхмәтле булыуы уны аяҡҡа баҫтыра.
Режимды ҡәтғи тота: алтынан һуң ашамай, ризыҡты бергә болғамай, самалап ҡына ҡаба. Китап-журналдарҙан өҙөлмәй, “Яйыҡ” гәзитенең тоғро дуҫы. Күҙлекһеҙ, һәр бер һүҙен шартлатып уҡып ултыра. Уның тормош девиздары ла фәһемле: Уның тормош девизы ла сағыу: «Үҙең ян, үҙең бел, үҙең көй. Һөйләмә һис бер кемгә сереңде, әгәр һөйләһәң сереңде - һөйләрҙәр үҙеңде». Ғәҙел булырға, олоно ололарға, кесене кеселәргә, кәмһетергә ярамай, ти. Маҡтанғанды ла яратмай.
Сайма Йыһан ҡыҙы үҙенең 100 йәшен лайыҡлы ҡаршылай. Ул - үҙ заманынындағы репрессияларҙы ла, һуғыш ыҙаларын да, аслыҡ-яланғаслыҡты ла кисергән, әммә рухын һындырмаған, иманын юғалтмаған башҡорт ҡатындарының сағыу өлгөһө. Уға һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Әлиә ДАУЫТОВА