

9 сентябрь булды был хәл. Белореттан ирле-ҡатынлы пар Миндәк янындғы урманда бәшмәк йыялар. Ҡомарға бирелеп, урман төпкөлөнә үтәләр. Ә ҡыуаҡлыҡта ниндәйҙер йәнлекте абайлағас, сығып ҡасалар ҙа, һуҡмаҡтан төшөп тамам аҙашалар. Ярар ҙа ҡотҡарыусыларға телефондан бәйләнешкә сыға алалар (олораҡ кешеләр булғастары, ҡотҡарыусыларға телефон аша ғына “геолакация” сервисы менән файҙаланыу тәртибен дә төшөндөрөргә тура килә). Операцияға ҡотҡарыусыларҙан тыш полицейҙар ҙа йәлеп ителгән, ти. Шөкөр, барыһы ла иҫән-һау.
Бына шулай, ят ерҙәргә сыҡһағыҙ, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен алдан ҡайғыртыр кәрәк, бер кем дә аҙашам, тип урманға сыҡмай! Ниндәйҙер йәнлектән өркөүҙәре лә аңлашыла – Рәсәйҙең айырым төбәктәрендә айыуҙар һөжүменә ҡаршы айырым әҙерлек режимы иғлан ителеүе мәғлүм. Беҙҙә лә тайыш табандар һирәк ҡунаҡ түгел.
Мәғлүмәт һәм фотография БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сәхифәһенән алынды https://vk.ru/goskomitetrb