

Өфө районы Шамонино ҡасабаһы эргәһендәге ҙур яланда IV "Алтын уҡ" төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторолдо. Дүртенсе тапҡыр үткәрелә, маҡсаты – башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларын тергеҙеү, милли уғатарлыҡты киң таратыу, йәштәрҙе рухи тамырҙарыбыҙға ылыҡтырыу.Өфө районы хакимиәте, "Дарман" ойошмаһы, "Юрмаш мәргәне" клубы ойоштора. Башҡортостандан ғына түгел, Татарстан Республикаһынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән дә ҡатнашыусылар күп йыйыла.
Эйе, ярыш ҡына түгел, оло фестивалгә әйләнә. Урындағы ирекмәндәр маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә. "Самауырлы ритайым" бейеү программаһы һәммәһенә лә оҡшай, көҙгө йәрминкә, матбуғатҡа яҙылыу, төрлө күргәҙмәләр ойошторола. Түңәрәк өҫтәл артында етди темаларға фекер алышыу үтте. Рөстәм Ғиззәтуллин, "Ант" төркөмө һәм башҡа артистар йыр-моң бүләк итте. «Ашыҡ атыу», таҫтамал тартышыу, баларға рогаткаларҙан атыш кеүек уйындар ҙа ойошторола. Бик кңүелле булған, ти. Әммә сараның йөҙөк ҡашы – фәҡәт уғатарлыҡ.
-Үҙ төркөмөмдә 1-се урын яулау бәхете йылмайҙы, тормош иптәшем Юнир Ибраһим улы дүртенсе урынға сыҡты, - тип ҡыуаныс менән уртаҡлашты данлыҡлы мәргәнбикәбеҙ, Наурыҙ ауылынан Нилә Исламова. –Һәр кемдең ҡайҙалыр барырға форсаты гел генә булмай бит инде, шуға Учалылар бер команда ҡуйманы был турнирҙа. Хәйер, “Алтын уҡ”та тәүләп һыбай атыш дисциплинаһы индерелде лә, Уральск ҡасабаһынан Илназ Үҙәнбаев «Башня-90» маршрутында – 2-се, “Төньяҡ амур”ҙа - 3-сө урынға сыға алды. Ғөмүмән, ярыштан, уның юғары кимәлдә ойошторолоуынан бик ҡәнәғәт ҡайттыҡ. Күп көс һалған Рәис һәм Лилиә Низаметдиновтарға ,Венера һәм Фәрит Юлдашбаевтарга айырыуса ҙур рәхмәт