

Был аҙнала ҡалабыҙға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов һәм билдәле шағир, популяр йырҙар авторы Рәмил Сурағол килеп ҡайтты.
«Беҙ бергә/Мы вместе» ижтимағи-мәҙәни проекты сиктәрендә ҡалабыҙҙың Ижад һарайында ойошторолған йәнле һәм йылы әңгәмә ҡала-районыбыҙҙың ижади зыялыларын, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә битараф булмаусыларҙы бергә тупланы.
Айгиз Баймөхәмәтов беҙгә яҙыусы, журналист, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты булараҡ та билдәле. Йәш яҙыусы китап уҡыусыларға күңелдәрҙе тетрәндерерлек, аяныслы, хатта фажиғәле яҙмыштарҙы тасуирлап, тормоштоң, ғәзиз ерҙең, ғаилә ҡиммәттәренең, туғанлыҡ ептәренең ҡәҙерен белергә, нығытырға өндәй, уйланырға саҡыра. «Ҡалдырма, әсәй!», «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Ҡошҡа әйләнермен мин…», «Урам балалары» әҫәрҙәре һәр кемебеҙҙе уйландыра, был ижад емештәре бер кешене лә битараф ҡалдырмай.
Осрашыуға килеүселәр яҙыусының ижад итеү серҙәре менән ҡыҙыҡһынып төрлө һорауҙар бирҙеләр һәм Айгиз Ғиззәт улы ҡыҙыҡлы һорау биреүселәргә үҙенең китабын бүләк итте. Шулай уҡ ул үҙенең ижади күстәнәсе менән С. Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы суденттары менән дә өләште.
Шулай уҡ әҙип хәҙерге заманда ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһимлеге тураһында кәңәштәр бирҙе. Студенттарҙы, уҡыусыларҙы ҡыйыу, әүҙем, тырыш булырға саҡырҙы. Уңышлы булыу өсөн уңышлы кешеләр менән аралашырға, уларҙан өлгө алырға, һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һөйләгәндәрен ул конкрет миҫалдар менән дә нығыта барҙы. Һуңғы йылдарҙа йәштәргә социаль селтәрҙәр аша яһалған баҫымға ла туҡталды. Аҡса эшләргә тәҡдим итеп, алдап-алдаштырып йәштәрҙе үҙ Ватанына хаслыҡ ҡылырға этәреүҙәре, теге йәки был объектты яндырырға, йә булмаһа шартлатырға, тәҙрәләрен ҡыйратырға өндәүҙәре - барыһы ла сит ил дошмандарының ҡылмыштары, тип билдәләне. Шулай уҡ милләт-ара низағ, конфессия-ара аңлашылмаусанлыҡтарҙы булдырмаҫҡа, интернеттағы ялған мәғлүмәттәргә ышанмаҫҡа, мәғлүмәти боланы тамырынан өҙөргә, юҡ итергә өндәне.
- Башҡортостан - төрлө милләт кешеләрен үҙенә һыйындырған бәрәкәтле ер. Үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек беҙҙең республикабыҙҙың нигеҙе, - тип баһаланы Айгиз Баймөхәмәтов.
Күркәм осрашыу барышында үҙ фекерҙәре менән танылған шағир-йырсы Рәмил Сурағол да уртаҡлашты.
"Йәшәһен беҙҙең моңобоҙ, йырыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм туған телебеҙ!" - тине ул сығышында һәм "Моңдар ҡайтһын ауылға", "Әйтмә һин ауыр һүҙ" йырҙарын осрашыуҙа ҡатнашыусылар менән бергәләп башҡарҙы.
Эш сәфәре барышында Айгиз Баймөхәмәтов район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов менән дә осрашып аралашты. Шулай уҡ Учалы яҙыусылар ойошмаһына барып, ойошма ағзалары менән дә әңгәмәләшергә өлгөрҙө.
P.S. «Беҙ бергә/Мы вместе» проекты үҙен власть, ижади берләшмә һәм республика халҡы араһында конструктив диалог өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булараҡ күрһәтте. Ул көнүҙәк мәсьәләләрҙе туранан-тура тикшерергә һәм биләмәләрҙе үҫтереү өсөн үҫеш нөктәләрен табырға мөмкинлек бирә.