

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡатын интернет аша сит ил автомобиле һатып алырға уйлаған. Автомобилдәр һатыу буйынса интернет-майҙансыҡтарҙа иғландар эҙләй башлаған. Бер мәл интернетты гиҙә торғас, сит илдән иномаркалар килтереүҙе тәҡдим иткән ымһындырғыс иғланға юлыға. Яҡташыбыҙ күрһәтелгән һылтанма буйынса күсә һәм үҙенең шәхси белешмәләрен ҡалдыра.
Күп тә үтмәй, уның менән популяр мессенджерҙарҙың береһендә үҙен «компания вәкиле» тип таныштырған ир бәйләнешкә сыға. Машинаны һатып алыу шарттары тураһында һөйләй һәм автомобилде таможня аша законлы рәүештә сығарыу өсөн сумманың бер өлөшөн - дәүләт пошлиналарын түләргә кәрәклеген аңлата. Ҡалған хаҡты иһә машина килеп еткәс кенә бирергә мөмкин буласағын вәғәҙә итә. Ҡатын, ошо шарттарға ризалашып, алдаҡсылар иҫәбенә яҡынса 500 мең һум аҡсаһын күсерә. Әммә бының менән генә эш бөтмәй. Тиҙҙән енәйәтселәр унан автомобилдең тулы хаҡын түләүҙе талап итә башлайҙар, имеш, аҡса тулыһынса күскәс кенә машинаны өй адресына алып барып тапшырасаҡтар. Шул саҡта ғына ҡатын үҙен төп башына ултыртыуҙарын, аҡсаһының мутлашыусылар ҡулына эләгеүен аңлап ала.
Әле был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының мутлашыу статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡук һаҡлау органдары тикшереү эштәре алып бара, ғәйеплеләрҙе асыҡларға тырыша.
Ошо хәл айҡанлы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: интернет аша автомобиль йәки башҡа ҡиммәтле тауар һатып алғанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Таныш булмаған кешеләргә, шикле сайттарға шәхси белешмәләрегеҙҙе һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен бирмәгеҙ. Таможня йыйымдары йәки башҡа дәүләт хеҙмәттәре өсөн аҡсаны мотлаҡ рәсми дәүләт порталдары (мәҫәлән, «Госуслуги») аша ғына түләргә кәрәк. Шәхси иҫәптәргә аҡса күсереү - алдаҡсылыҡтың иң киң таралған билдәһе.
Автомобиль һатып алғанда транспорт сараһының тарихын (автокод) мотлаҡ тикшерегеҙ һәм килешеүҙе яҙма рәүештә төҙөгөҙ.
Тәҡдим ителгән хаҡ баҙарҙағы уртаса хаҡтан күпкә түбән икән, был мотлаҡ шик тыуҙырырға тейеш.
Икеләнһәгеҙ, банкка шылтыратығыҙ йәки яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Әлиә ДАУЫТОВА.