

БР Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә «Батырҙар Башҡортостаны» программаһының беренсе сығарылыш уҡыусыларына тантаналы рәүештә дипломдар тапшырҙы.
Программала ҡатнашыусылар бик етди һайлау үтеп, һөттөң ҡаймағы һөҙөп алынды тиерлек – һәммәһе бөтә илдән 2000-дән ашыу заявкалар бирелеп, финал этабына 70 кеше сыҡты. Улар араһында яҡташтарыбыҙ, МХО яугирҙәре Ринат Хөснийәров, Азамат Мөхәмәтов һәм Заһир Вәлиев. Өсөһө тураһында ла алдараҡ “Яйыҡ” гәзитендә ентекләп яҙҙыҡ, өсөһө лә тәрән ихтирам уятҡан ир азаматтары, өсөһө лә йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнашалар.
«Батырҙар Башҡортостаны» - РФ Президенты В.В.Путин инициативаһы менән башланған “Геройҙар дәүере” («Время героев») федераль проектының республикабыҙҙа ғәмәлгә ашырылыуы. Бер йылдан ашыу ваҡыт егеттәр уҡый. Дүрт модуль ҡаралған – “Дәүләт сәйәсәте һәм дәүләт идараһы системаһы”, “Иҡтисад һәм финанстар”, “Региональ һәм муниципаль идара”, “Заманса идара технологиялары”. Әҙерлек теория менән генә сикләнмәй: министрлыҡтарҙа, хакимиәттәрҙә, төрлө учреждение-ойошмаларҙа стажировкалар үтәләр, айырым тәғәйенләнгән остаздарынан ғәмәли һабаҡтар ҙа алалар. «Батырҙар Башҡортостаны» программаһы буйынса белем алыусыларҙың өстән бере быға тиклем дә власть органдарында, төрлө учреждениеларҙа хеҙмәт иткән. Хәҙер, сағыштырмаса йәш булһалар ҙа, тормош тәжрибәләре ныҡ бай, етеҙ һәм уйлап эш итергә күнеккән, дисциплина һәм яуаплылыҡ ни икәнлеген ҡандарына һеңдергән йәш ветерандар власть системаһын ныҡ көсәйтәсәктәр. Үҙҙәренә лә, бөтә йәмғиәткә лә ҙур файҙа килтереп, тыныс хеҙмәттән ҡәнәғәтлек табып оҙаҡ йылдар эшләргә, уңыш үрҙәренә артылырға яҙһын – һеҙ быға лайыҡ!
Үҙен бик ыңғай күрһәткән был программа артабан да дауам итәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров, быйылғы йылдың аҙағынаса яңы ағым тупланасаҡ.
...Үрҙә яҙған егеттәр Ватан хаҡына ни хәлдәренән килә, барыһын да үтәнеләр, хатта, артығы менән. Тик бына алыш һуғыш яланында ғына түгел икәнлеген күптәр аңлай, байтаҡ учалылар өсөн “Барыһы ла фронт өсөн!” девизы көн тәртибендә тора. М. М. Шайморатов штабының тупһаһына саң ҡунмай. Халыҡ өҙлөкһөҙ маскировка селтәрҙәре, һалдаттарға кәркле кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, медикаменттар ташый. Миҙгеленә тура килтереп булышлыҡ итергә тырышалар бит әле! Һәм әле төҫтәре миҙгелгә яраҡлаштырылған һаҡселтәрҙәр тураһында ғына әйтмәйбеҙ. Был көндәрҙә Кирәбелә Уңыш байрамы үткәрелә лә, ошо сиктәрҙә «Уңышты яугир менән уртаҡлаш» акцияһы иғлан ителә. Уңған хужабикәләр үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙән аш бешереү йыйылмаларын (борщ, рассольник) фронтҡа ебәреү өсөн әҙерләй.
Оҡшаш акция Илсе китапханаһында ла ойошторолдо, 26 банка тултырыла. Алдан уҡ билдәле – кесе Ватандарын өҙөлөп һағынған уландарға тыуған ерҙәре тупрағында үҫкән, әсәйҙәре, апайҙары һәм туғандары, рәтенә килтереп, изге теләктәрен теләп әҙерләгән йәшелсәләр айырыуса татлы тойоласаҡ, көс өҫтәйәсәк.
М. М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының адресы: Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 6Б ( «Ветеран» клубы). Бәйләнеш һәм белешмәләр өсөн телефон номеры: +7(937)846-03-21. Интернеттағы сәхифәләре - https://vk.ru/club228828595