

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Учалылағы фажиғәнең хәл-шарттарын асыҡлай. Сайттарында хәбәр ителә -11 сентябрь «Учалыводоканал» предприятиеһында махсус бригада УАЗ автомобиленең алғы тәгәрмәстәрен майлау менән шөғөлләнә. Эш тамамланғас, 62 йәшлек водитель слесарҙан кабинаны күтәртеүҙе һорай. Тик бына электротельферҙың (күтәреү механизмы) тросы өҙөлә, кабина водителде ҡыҫа төшә. Башҡа хеҙмәткәрҙәр күмәкләп ҡул көсө менән кабинаны йәнә күтәрләр, бәләгә тарыусыны сығаралар, ләкин ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе водитель йән биргән була.
Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡалғандар һабаҡ алһын ине – хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған бит ул!