

5-се мәктәптә урынлашҡан 3149-сы Һайлау участкаһында көн дауамында кеше өҙөлмәй. Иң беренселәрҙән булып тауыш биреү хоҡуғы менән хаҡлы ялдағы Таймас Фәтих улы Мирасов файҙаланды. Ул оҙаҡ йылдар Ҡатырға -рубероид зводында намыҫлы хеҙмәт иткән.
— Илдең киләсәге беҙҙең һәр беребеҙҙең әүҙемлегенән тора. Һайлауға мотлаҡ барырға кәрәк. Йәштәргә лә был өлгө булһын, — тине ул, бюллетень алғандан һуң.
Участка рәйесе белдереүенсә, һайлаусыларҙың әүҙемлеге юғары. Һайлау комиссияһы ағзалары бөтә нормаларҙы күҙәтеп эшләй. Бюллетендәр етерлек күләмдә әҙерләнгән, тауыш биреү өсөн бар шарттар тыуҙырылған.