Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
18 Сентября , 13:30

Иманғол ауылы халҡы ла әүҙем гражданлыҡ бурысын үтәй.

 Ауылда һайлау тыныс шарттарҙа һәм ойошҡан рәүештә үтә. Урындағы һайлау участкаһында иртәнге сәғәттәрҙән алып халыҡ өҙөлмәй.

Иманғол ауылы халҡы ла әүҙем гражданлыҡ бурысын үтәй.Иманғол ауылы халҡы ла әүҙем гражданлыҡ бурысын үтәй.
Иманғол ауылы халҡы ла әүҙем гражданлыҡ бурысын үтәй.

Бында оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә ихлас килә.
Һайлауҙың иң оло ҡатнашыусыһы — 90-дан ашҡан Ғәлинур Юнысов. Ул ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалдарының береһе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран ил яҙмышы өсөн мөһим был ваҡиғанан ситтә ҡала алмай. Ғәлинур ағайға участкаға килеп тороу кәрәкмәй: уны комиссия ағзалары өйөнә килеп, закон буйынса ҡаралған тәртиптә тауышын аласаҡ.
Иманғолдарҙың берҙәмлеген күп балалы ғаиләләр ҙә күрһәтә. Улар гражданлыҡ бурысын ғаиләләре менән бергә башҡарырға ғәҙәтләнгән. Ата-әсәләр ҡыҙ-улдарын йәштән үк илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә тырышалар.
- Киләсәктә улар ҙа илдең намыҫлы граждандары булып үҫергә тейеш, — ти йәш әсәләрҙең береһе.

Иманғол ауылы халҡы ла әүҙем гражданлыҡ бурысын үтәй.
Иманғол ауылы халҡы ла әүҙем гражданлыҡ бурысын үтәй.
Автор:Алия Даутова
Читайте нас