

Ойоштороусылар билдәләүенсә, ауылдаштар гражданлыҡ бурысын үтәргә ғаиләләре менән килә.
Иң беренселәрҙән булып тауышын эшкә китешләй генә инеп, Абулат Дәүләтшин биргән. Уның артынан участкаға башҡа һайлаусылар ағыла башлаған.
-Беҙҙең Ураҙ халҡы һәр ваҡыт әүҙем булды. Күрше-тирә, туғандар менән осрашып, аралашып, ил яҙмышына битараф булмауҙарын белдереп киләләр, — тип уртаҡлашты участка рәйесе Хәтип Шәғәлин.
Хәтип Шәғәлин был участкала 1999 йылдан бирле рәйес булып эшләй. Быйылғы кампания ла тыныс шарттарҙа, ойошҡан рәүештә бара, ти ул. . Участкала бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, комиссия ағзалары һайлаусыларҙы ихлас ҡаршы ала. Урындағы халыҡтың күбеһе иртәнге туғыҙға тиклем үк гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргән. Белгестәр фаразлауынса, көн дауамында әүҙемлек тағы ла артасаҡ.