

Уларҙың татыу ғаиләһе ноябрҙә бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын билдәләйәсәк.
-Ил яҙмышын билдәләгән мөһим көндө ситтә ҡалдырған юҡ, - ти Вәлит ағай. - Ғүмер буйы «Байрамғол» совхозына тоғро хеҙмәт иттек, бөгөн дә илдең киләсәге өсөн тыныс күңел менән тауыш бирәбеҙ.
Ауылда иң өлкән кеше - 97 йәшлек Нәфисә Хөсәйенова ла был сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмаясаҡ. Ул да гражданлыҡ бурысын мотлаҡ үтәйәсәк. Нәфисә инәйҙе махсус рәүештә төштән һуң өйөнә барып һайлатыу ойоштороласаҡ.
Урындағы халыҡтың фекеренсә, һайлау - ул ябай процедура ғына түгел, барыһы ла илдең тотороҡло үҫеше һәм именлеге өсөн тауыш бирә.