Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
18 Сентября , 09:34

Яугир, хәҙрәт

Ҡунаҡбай мәсетендә осрашыу үтте

Яугир, хәҙрәтЯугир, хәҙрәт
Яугир, хәҙрәт

Ҡунаҡбайҙа мәсет төҙөлгәндән алып урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла. Был хеҙмәттәшлеккә ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Күп сараларҙы бергәләп башҡарабыҙ – һаҡселтәрҙәр үреү, осрашыуҙар һәм байрамдар үткәреү һәм башҡа күп.

Август айы аҙағында ғибәҙәтханала МХО яугире, Әбдүрәшит хәҙрәт Мөлөков менән осрашыуға йыйылдыҡ. Унда имамдар ҙа, хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡа ветерандар ҙа саҡырылғайны. Сараны Урал-хәҙрәт изге доғалар менән асып ебәрҙе, йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һоруҙарҙы күп  бирҙек. Әбдүрәшит хәҙрәт, мин совет заманаһының патриотик тәрбиәһен алған  кеше булараҡ, алдымда барам-бармайым тигән һорау торманы, мин контракт төҙөп үҙ теләгем менән МХО-ға юлландым. Беҙ ғаиләлә ике малай инек, икебеҙ ҙә фронтта.  Һәм ошондай тәрбиә биргән атайыбыҙға, оло йөрәкле, сабыр күңелле әсәйебеҙ Менәүрә Мәхмүт ҡыҙына рәхмәтлебеҙ.МХО-ла һеҙҙең, ирекмәндәрҙең  ярҙамын даими тойоп торабыҙ, тип Урал хәҙрәткә, ағинәйҙәргә рәхмәт әйтте. Донецк өлкәһендә булғаны тураһында бәйән иткәнендә, урындағы халыҡ беҙҙе төрлөсә ҡабул итә, тип тә билдәләне. Күпселек ихлас ҡыуанып ҡаршы ала, һәр яҡлап ярҙамлашырға ынтыла, ә кемдер аҫтыртын беҙҙең координаталарҙы ла дошманға ебәрергә ынтыла, тине.

Әйтер кәрәк - яуға киткәнсе Өфөлә Ислам университетында өс курс тамамлап өлгөрҙө, ғаиләһе лә (ҡатыны балалар бағсаһында эшләй) дин тота, намаҙға баҫҡандар.

Ике тапҡыр яраланып, реабилитация үтеп, ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа сығыусы яҡташыбыҙ – алты бала атаһы.Үҙе һәм яуҙаштары иҫән-һау йөрөп килһендәр тип бар йөрәктән теләп ҡалдыҡ – Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡурсалаһын! Ундай уландарыбыҙ барҙа илебеҙ артабан да йәшәр, сәскә атыр, бирһен Хоҙай!

                          Таңһылыу Йосопова, Ҡунаҡбай ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас