

Студент саҡтан уҡ үҙен журналисткала тапҡан яҡташыбыҙ “Яйыҡ” гәзитендә лә эшләне. Райондағы социаль мәсьәләләргә битараф булманы. Ябай кешеләрҙең көндәлек хеҙмәте, шатлыҡ-ҡайғылары тураһында бәйән итте. Сетерекле темаларҙы асып һалып яҙырға ҡурҡманы.Үҙен ҡыйыу журналист итеп танытты. Артабан ул үҙенең таланты һәм ныҡышмалылығы арҡаһында республика баҫмаларында яҙыуын дауам итте, Башҡортостан “Юлдаш” телеканалында художество тапшырыуҙарының бүлек мөхәррире булып эшләне. Ул ваҡытта ла Зилә яҡташлыҡ, илһөйөрлек тойғоларын алға ҡуйып эшләне. Учалы яҙыусыларының да ижадына битараф ҡалманы.
Әлеге мәлдә тынғыһыҙ яҡташыбыҙҙың журналистика өлкәһендәге ижадын ике төп һыҙат билдәләй: ул бер яҡтан - балалар һәм үҫмерҙәр журналы «Аманат»тың бүлек мөхәррире булараҡ, уҡыусылар менән актив эшләй. Икенсе яҡтан - оло гражданлыҡ позицияһына эйә булған публицист. Ул төрлө төбәктәрендә йәшәгән, хәрби бурысын үтәгәндә ғүмерҙәрен аямаған ир-егеттәрҙең яҙмышы хаҡында тетрәндергес очерктар яҙа. Ябай һалдаттарҙың, офицерҙарҙың яҙмыштарын өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙың эске донъяһын, рухи ныҡлығын аса. Авторҙың «Батыр яҡташтарыбыҙ рухын хөрмәтләп», “23 февралдә улыма 34 йәш тулыр ине...”, “Баш осондағы дрондарҙы“алдап” биш көн шыуыштым”, “Йылмайып, бейеп йәшәне” һәм “Башҡорт “Тунгусы” исемле очерктар циклы Тыуған илде һаҡлаусыларға булған тәрән ихтирамдың һәм быуындар бәйләнешенең сағыу сағылышы булып тора.
Зилә Ғәлләмованың телгә алған мәҡәләләре Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек халҡының азатлығы өсөн көрәшкән публицистың традицияларын лайыҡлы дауам итеүен раҫлай. Ул ҡулына ҡорал тотоп Тыуған илен һаҡларға баҫҡан яугирҙәрҙе ғына түгел, уларҙың артындағы ҡалҡан булып торған тыл “геройҙарын” - сабырлыҡ менән көткән ғаиләләрҙе, рухи таяныс булған кешеләрҙе лә отнотмай. Журналист булараҡ, статистика һәм факттар артынан ҡыумай, кешенең йәнен, уның кисерештәрен асырға ынтыла. Был очерктар - бөгөнгөбөҙҙө сағылдырыусы тарих, ул киләсәк быуынға Ватанға һөйөүҙең нисек булырға тейешлеге тураһында һабаҡ булып хеҙмәт итер тигән ышаныстабыҙ. Премия комиссияһы ағзаларына был циклға айырым иғтибар бүлеү зарур, сөнки был - заман журналистикаһының алтын фондына инергә лайыҡлы хеҙмәт.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.