Яйыҡ
+8 °С
Ясно
Новости
22 Сентября , 09:29

Экрандарҙа “Батырҙар ташы” – Учалылар ҙа ҡатнашты.

Белореттың Ар ташы ерлегендә билдәле уғатарҙарыбыҙ Илдар Исхаҡов, Илназ Үҙәнбаев, Рөстәм Тләүбирҙин, Фәнил Ишбулдиндар кинола төштөләр

Экрандарҙа “Батырҙар ташы” – Учалылар ҙа ҡатнашты.Экрандарҙа “Батырҙар ташы” – Учалылар ҙа ҡатнашты.
Экрандарҙа “Батырҙар ташы” – Учалылар ҙа ҡатнашты.

 “Яйыҡ” гәзитендә өс йыл элек хәбәр иткәйнек -  “Башҡортостан” киностудияһында “Батырҙар ташы” тигән мистик нәфис фильм төшөрөлә, тип. Беҙҙе иң ҡыҙыҡһындырғаны, Белореттың Ар ташы ерлегендә билдәле уғатарҙарыбыҙ Илдар Исхаҡов, Илназ Үҙәнбаев, Рөстәм Тләүбирҙин, Фәнил Ишбулдиндар кинола төштөләр,  яуыз  джунгарҙар (боронғо күскенсе ҡабилә) ҡиәфәтендә.

Былтырғы йылдың аҙағында “Батырҙар ташы”ның премьераһы үтһә, быйыл 17 сентябрҙән   киң  прокатҡа сығарылды. 49 муниципаль кинозалда,  12 шәхси залда, Башҡортостанда һәм йәнәш төбәктәрҙә күрһәтелә, хатта, киномобиль йәлеп ителгән.

Учалы ҡалаһында “Йәшмә” кинопаркында  23 СЕНТЯБРгә тиклем тип иғлан ителһә, район мәҙәниәт йортоноң “Победа” кинотеатрында 30 сентябргә тиклем ҡарарға мөмкин әле. “Пушкин картаһы” менән дә түләп була, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Ҡыҫҡаса белешмә.  1 сәғәт 20 минут дауам иткән нәфис мажаралы фильмдың режиссеры Роман Пожидаев.  Үҫмерҙәр өсөн дә, оло тамашасылар өсөн дә берсә ҡыҙыҡ.  Сюжет үҙенсәлекле: Руслан исемле йәш егет һәм  Диана тигән ҡыҙ осраҡлы рәүештә генә  кәрәмәтле ҡомартҡы (артефакт) – биш башаҡ эҙләүгә тотоналар. Баҡһаң, сереп байыған эшҡыуар Роберт Денисович үлемһеҙлек тураһында хыяллана икән.... Уңышҡа өлгәштем, байыным   тигәндә, Руслан үҙенең ата-бабаһы Кинйә-батыр рухы менән осраша,  бик ҡатмарлы һайлау алдына баҫа. Бер һүҙ менән, ҡырҡ тапҡыр уҡығансы, бер тапҡыр барып ҡарағыҙ!

Бәйләнеш өсөн - https://vk.ru/wall-220789302_1327

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас