Яйыҡ
+11 °С
Ясно
Новости
23 Сентября , 11:12

“Ҡалҡан” алҡыштар яуланы

“Гөлнәзирә”, “Беҙҙең байрам”, “Ҡороҡсолар” бейеү аңлаған кешеләргә оҡшамауы  мөмкин дә түгелдер

“Ҡалҡан” алҡыштар яуланы“Ҡалҡан” алҡыштар яуланы
“Ҡалҡан” алҡыштар яуланы

Ростове-на-Дону ҡалаһында «В Городском саду» тип аталған Халыҡ-ара фестиваль үтте.

Быйыл Чечен, Адыгея, Ҡырым Республикалары, Липецк, Пенза, Владимир өлкәләре, шулай уҡ Әрмәнстан артистары  ҡатнаша. Ә бөтә Башҡортостанды беҙҙең  “Ҡалҡан” халыҡ бейеүҙәре ансамбле вәкилләне. Коллектив етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнәғәт эшмәкәре Фәнис Кәримов әйтеүенсә, сараны ойоштороусылар сағыу сығыштар өсөн бейеүселәребеҙгә рәхмәттәрҙе күп әйтә, тамашасылар ҙа ныҡ оҡшатҡан. “Гөлнәзирә”, “Беҙҙең байрам”, “Ҡороҡсолар” бейеү аңлаған кешеләргә оҡшамауы  мөмкин дә түгелдер.

Илназ Үҙәнбаев ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен һуҙыуы ла бик ыңғай тәьҫир яһай.  Ансамбль Диплом, иҫтәлекле сувенирҙар менән бүләкләнә.  Шулай уҡ фестивалде ойоштороусылар халыҡ мәҙәниәте үҫешеүгә булышлыҡ иткән өсөн район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновты ла Рәхмәт хаты менән билдәләй.

Тулыраҡ мәғүлүмәт һәм фотолар “Ҡалҡан” халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхифәһендә - https://vk.ru/club171520886

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас