Яйыҡ
+7 °С
Ясна
Новости
24 Сентябрь , 08:12

Учалы тураһында китап сыҡты

“Сал Уралдың алтын тажы – Учалы” тип атала

Учалы тураһында китап сыҡтыУчалы тураһында китап сыҡты
Учалы тураһында китап сыҡты

Филология фәндәре кандидаты,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,   район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы, тыуған төйәгебеҙгә, арҙаҡлы шәхестәргә бағышланған  өс тиҫтәләп китап, иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәҡәләләр авторы  Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың сираттағы китабы донъя күрҙе – “Сал Уралдың алтын тажы – Учалы” тип атала. Яңы баҫманы автор түбәндәгесә һүрәтләне:

-Беҙҙең район Башҡортостандың Урал аръяғының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Учалы ерендә барын-табын, ҡара-табын, тиләү-табын, күбәләк-табын, ҡыуаҡан, аҡ-табын һәм башҡа ырыуҙар көн күргән. Уларҙың күпселеге ҡасандыр Урал – Алтай территорияһында үҙ дәүләтен булдырып, йөҙәр-меңәр йылдар буйына айырым дәүләт булып йәшәгән. Оло Табындың ярсыҡтары ул. Беҙҙең район халҡыбыҙҙың милли-азатлыҡ көрәшенә тиҫтәләгән арҙаҡлы шәхестәр биргән. Улар араһынан һынмаҫ рухлы Йосоп Арыҡов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Баҙарғол Юнаев, Көсөк Мортазин, Аҡҡужа батыр, Рәсүл Этимәсов, Мансур Ибраһимов, Әмин Ибраев кеүек  азатлыҡ һөйөүселәрҙең даны легендаларға тиң. Һуңыраҡ был көрәште легендар комбриг, граждандар һуғышы геройы, саялығы менән күптәрҙе таң ҡалдырған уҡымышлы сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре һәм тарихсы-яҙыусы Муса Лут улы Мортазин дауам итә.

  Беҙҙең тарафтар борон-борондан башҡорт менталитетын үҫтереүҙә, уның милли рухын тәрбиәләүҙә үҙәк урынды биләгән ҡурайсы-сәсәндәр төйәге булыуы менән дә танылған. Мәшһүр Байыҡ Айҙар сәсәндең беҙҙең яҡта йәшәүе  билдәле. Данлыҡлы Ҡобағош сәсән һәм уның ҡыйыу рухлы ейәне Ҡарас сәсән изге тупрағыбыҙ менән бәйләнгән. Мәхмүт сәсән рухи булмышы менән беҙҙеке.Сәсәндәрҙең сәсәне, ил ағаһы булырҙай Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев та күпмелер кимәлдә яҡташыбыҙ тип һаналырға хаҡлылыр, сөнки күбәләк ырыуының яртыһы тиерлек беҙҙең районда, уның сиктәрендә йәшәгән, йәшәй бит. Шундай данлыҡлы шәхестәр биргән был ғәзиз төбәк. Аҡмулланың йылы эҙе, оло мәғрифәтселеккә ынтылышы менән һуғарылған бөйөк рух йоғонтоһо, бөтә донъя мосолмандарының рухи короле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың изге доғалары замандаштарыбыҙҙың бөгөн дә күңел түрендә.

  Оло мәҙәнилек, ныҡлы концепцияға нигеҙләнгән фән, мәғариф, мәҙәни ҡаҙаныштары райондың, уның халҡының йөҙөн, әхлаҡи торошон борон-борондан билдәләй килгән. Был йәһәттән арҙаҡлы зыялыларыбыҙҙың,башҡорттоң төпкөлдән килгән гүзәл традицияларын дауам иттереүсе шәхестәребеҙҙең яҡты иҫтәлеген киләсәк быуынға эстафета рәүешендә тапшырып, рухи күңелдәрҙе тоташтырып барырға бурыслыбыҙ.

  Бөгөн район, республика кимәлендә генә түгел, ә унан сит тарафтарҙа ла киң танылыу тапҡан яҡташтарыбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи тормошона ҙур хеҙмәт өлөшө индергән А.Солтанов, Н.Аллаярова, А.Абдрахманов, Ф.Килдейәрова, Н.Ҡадырова, С.Низаметдинов, Ә.Мортазин, Р.Низаметдинов, мәшһүр ғалимдарыбыҙ И.Абдрахманов, Н.Заһиров, Р.Фәтҡуллин, З.Тереғолова, М.Минһажетдинов, Ә.Аҙнабаев, И.Ғәләүетдинов, Ф.Дәминдәрова, С.Шәһәрова, Б.Әхмәтшин, әҙиптәребеҙ Ғ.Аллаяров, Т.Ғиниәтуллин, М.Хәйҙәров, Р.Насиров, М.Ямалетдинов, хеҙмәт батырҙары  Р.Ниғмәтуллин, Я.Әхмәтйәнов, мәғариф ветерандары Ә.Мөслимова, З.Хисмәтуллина. Л.Янбаева. Ғ.Мортазин, А.Исхаков, Х.Ирмикимов, Ү.Бузыҡаев, Н.Тажетдинов, Р.Мөслимова һәм башҡа тиҫтәләгән шәхестәр менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, улар хаҡында китаптар яҙабыҙ. Тыйнаҡлыҡ һәм әҙәп һаҡлай белеү милләтебеҙҙең тормош ҡиблаһы була килгән. Бөгөн ошо төшөнсәләргә яҡташтарымдың тәүәккәллеге һәм берҙәмлеге тағы ла нығыраҡ бәйләнһә, ил алдында, бигерәк тә бөгөнгө яуаплы дәүерҙә, алда торған бурыстарҙы еңеп сығырға ышаныслы аҙым яһалыр ине.

Районыбыҙҙың оло юбилейы,  95 йыллығы билдәләнде. Быға тиклем дә Атайсалым – Учалы темаһына, уның төрлө тармаҡтарында хеҙмәт иткән яҡташтарым хаҡында тиҫтәләгән-тиҫтәләгән китаптар, очерктар, портреттар, энциклопедиялар яҙҙыҡ һәм яҙабыҙ.

  Изге маҡсаттан сығып яҙылған сираттағы китап та беҙ үҙ еренә ереккән, хеҙмәт һөйгән, тыуған йортон һаҡлап, ата-бабаларыбыҙ данын дауам иткән абруйлы етәкселәр, яу һәм хеҙмәт батырҙары,  ғилем эйәләре, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, табиптар, атайсалдың иң-иңдәре – йөҙөк ҡашына тиң яҡташтарым хаҡында бөгөнгө йәш быуынға еткерергә тырыштым.

  “Учалы – алтын дуғаның көмөш зыңғыры” – тигән бер аҡыл эйәһе, ошо ҡыңғырау илебеҙгә, республикабыҙға, районыбыҙға тиҙерәк Берҙәмлек, Еңеү, Тыныслыҡ, Илһөйәрлек, Хеҙмәт ҡаҙаныштары хаҡында изге оран булып яңғыраһын ине, амин!

    Хөрмәтле Рәүеф Вәли улын ҡотлайбыҙ, арыу-талыу белмәйенсә халыҡҡа хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм бындай китаптар алда ла күп булһын тип теләйбеҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас