Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
25 Сентября , 09:00

Учалылар йәнә “Байыҡ”та

«Әхирәттәр»  ансамбле финалға үтте  

Добавить в предпочтительные источники Google
Учалылар йәнә “Байыҡ”таУчалылар йәнә “Байыҡ”та
Учалылар йәнә “Байыҡ”та

Учалы ауылындағы район мәҙәниәт йортоноң «Әхирәттәр»  фольклор ансамбле “Байыҡ” телевизион конкурсының икенсе турында уңышлы сығыш яһаны. Етәкселәре – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Ғәлимйән һәм Динира Хилажевтар. Учалылар күрһәткән «Йәшлегем уйындары» бейеүе оҫталыҡ камиллығы менән дә, йөкмәткеһе менән дә, дәрт-дарман менән дә, сағыу образдар, халыҡсан хореография һәм  сәхнә костюмдары менән дә жюри ағзаларына ныҡ оҡшай, тамашасылар алҡыштарына күмелә.

Әйткәндәй, Ғәлимйән Ғабдуллажан улы алдынғы предприятиеһы етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре генә түгел бит ул, фәҡәт халыҡ яратып ҡараған  “Байыҡ” конкурсында быға тиклем етәксе булараҡ та, бейеүсе булараҡ та Гран-при яулаған артист.

Хәҙер инде «Әхирәттәр»  ансамбле быйыл декабрь айында үтәсәк Гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Унда ла уңыш юлдаш булһын, далан йылмайһын!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас