

Башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың: “Үҙ халҡының тарихын белмәгән, уның арҙаҡлы шәхестәрен һанламаған халыҡтың киләсәге юҡ”, – тигәне беҙҙең өсөн ул аңғартыу ораны булып яңғырап килә быуындан-быуынға.
Һәр милләттең тарихын, килеп сығышын өйрәнеү фәндә иң ҡатмарлы, иң бәхәсле проблемаларҙың береһе булып тора. Теге йәки был халыҡтың сығышын күҙ алдына килтереү өсөн этнография, археология, антропология, тел ғилеме, тарих һәм башҡа фәндәрҙең төп сығанаҡтары йәлеп ителә. Ошо төрлө сығанаҡтар эсендә иң мөһимдәренең береһе булып халыҡтың ырыу составы тора. Ырыу составы бигерәк тә төрки, монгол халыҡтарының хәтерендә ныҡ һаҡланған. Ул ғәжәп хәл түгел. Сөнки үҙ затыңдың 7, 12, 14 быуынын белеү был халыҡтарҙа мөҡҡәдәс бурыс булып һанала килгән.
Башҡорт тарихы - халыҡ тарихы. Тарих һәм бөгөнгө заман шәхестәре. Ошо эҙмә-эҙ күсәгилешлек Күбәләк-Тиләү, Барын-Табын һәм башҡа ырыуҙар тарихының тамырҙарынан килә, үҫә бара, туплана тора, берҙәмлеккә, киләсәк быуынға күсә килә. Был тарихи хәҡиҡәт.
Дөйөм халыҡ, атайсалыбыҙ ерлегендә туғандаш милләттәрҙең тыныс, һыйышып йәшәүенә, унан килә берҙәмлегенә, айырата бөгөнгө һәм киләсәк быуын өсөн рухи байлыҡтың эстафетаһын дауам иттереүсе изге аманат өлгөһө тип атарлыҡ хеҙмәттәр сарсаған күңелдәрҙең шифалы дауаһы ла булыр тигән ышаныста ҡалыу зарурҙыр. Учалы ерлегендә 6-сы тапҡыр Барын-Табын, Ҡара-Табын, Ҡыуаҡан һәм башҡа ырыуҙарҙың йыйындарын республика кимәленә күтәреп, бар йәмәғәтселекте туплап, ниһайәт, оҫталыҡ күрһәткән Учалы ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, билдәле эшҡыуар Мозафар Харис улы Ҡадировҡа районда ғына түгел, республикала тиңләшеүсе һирәктер тип уйлайым. Әлеге көндә коллектив авторлыҡта: Ғ.Ғ. Кудрявая, Ф.С. Зөлҡәрнәева, Р.В. Шаһиевтарҙың әүҙемлеге менән үрҙә телгә алынған “Ырыуҙар тарихында – халҡымдың яҙмышы” исемле тарихи хеҙмәт, “Икмәк булһа – йыр ҙа була” йыйынтығы донъя күрҙе (авторҙар Р.Шаһиев, Ф.Зөлҡәрнәева), уның инициативаһы менән “Күбәләк-Тиләү” ырыуҙары йыйынын үткәреү планда тора. Ни әйтерең бар, афарин!
Үҙ атайсалының изге еренә ерегеп үҫкән, уның ялҡынлы патриоты, илһөйәр ир-уҙаман үткәрелгән һәр йыйындың, башҡа сараларҙың башында йә уртаһында ҡайнап, ҡулынан килгәнсә матди ярҙам ҡулы һуҙа.Уның аныҡ һәм көндәлек девизы: иң кәрәкле мәлдә – яңғыҙ, ауыр яҙмышҡа дусар булған хеҙмәт йә иһә һуғыш ветерандарын ҡурсалау, күп балалы ғаиләгә, бөгөн Украина ерендә хәрби бурысын үтәгән ир-уҙамандарҙың ғаиләләренә, район ауылдарында үткәрелгән һәр мәҙәни сараларға ысын күңелдән хәстәрлеге, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, ойоштороу эштәрен алып барыу һәм башҡалар. Иҫең китәрлек, бындай тәрбиәне, кешелек сифаттарын бер үҙендә туплаған шәхестәр бик тә һирәк бит ул был заманда! Илһөйәр уҙамандың бала сағына, хеҙмәт тәрбиәһе биргән атайсалына, баҫҡыстан-баҫҡысҡа илткән рух ныҡлығына, берәмекләп тупланған характер ҡөҙрәтенә күҙ һалайыҡ әле, булмаһа.
Мозафар ҡусты үҙенең тыуған ауылы Ҡарт Муйнаҡ, ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары, тиҫтерҙәре, беренсе уҡытыусыһы, белем һәм тәрбиә алған уҡыу йорттары, оло хеҙмәт юлы хаҡында йылы хәтирәләр менән йәшәй. Күрер күҙгә мөғжизәле тәбиғәт, урмандары, күккә олғашҡан Ирәндек тауҙары, терәлеп ятҡан Нәрәлеһе, арыраҡ Ирәмәле, ҡаялар аҫтынан сыҡҡан саф шишмәләре, умырылып уңған еләк-емеше – йәмғеһе лә геройыбыҙға көс-ҡеүәт, бөтмәҫ энергия биргән, шунда тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәре Йосоп Арыҡов, Аҡҡужа батыр, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Рәсүл Эттимәсов, Исай Туҡтағолов, Мөхәмәт Сәфәров, Мансур Ибраһимов, Мөхәмәтйән Бузыҡаев, бөтә донъя мосолмандарының рухи короле Зәйнулла Рәсүлев, Ғайса Рәсүлев, Абдрахман Рәсүлев һәм башҡалар Мозафар Ҡадировтың тамырҙаш ырыуҙаштары. Беҙҙең замандаш, илһөйәр геройыбыҙ бына шундай шәхестәр өлгөһөндә илаһи көс алған, иленә, халҡына хеҙмәт итә. Шундай изге тупраҡтың йылыһын тойоп, ҡәҙерен белеп, героик ырыуҙаштарының аманатына тоғролоҡ һаҡлап йәшәй Мозафар исемле уҙаман.
Мозафар Харис улы Ҡадиров 1966 йылдың 28 сентябрендә Учалы районы Ҡарт Муйнаҡ ауылында тыуған.
1978-1983 йылдарҙа ауылында башланғыс, Комсомольск урта мәктәптәптәрендә уҡый.
1984 йылда Учалы ауылында 22-се һөнәрселек училищеһын тамамлап ҡулына шофер һәм тракторсы-машинист таныҡлығын ала. Хеҙмәт юлын “Поляковка” совхозында 1981 йылдың авгусында тракторсы булып башлап ебәрә. Совет Армияһында 1984-1986 йылдарҙа хеҙмәт итә. 1987 йылдың 28 ғинуарында хужалыҡтың машиналар паркында шофер булып эшләй. 1987-1990 йылдарҙа Учалы тау-металлургия техникумында уҡый, бер үк ваҡытта машиналар төҙөү заводында эшләй.
1988-1991 йылдарҙа уҡыу йортон тамамлап техник-механик һөнәренә диплом ала.
1991 йылда тәүҙәэш башлаған хужалыҡта тракторсы булып урынлаша. Был хужалыҡ һуңғараҡ “Ирәндек” халыҡ предприятияһы тип үҙгәртелә.
1993-1997 йылдарҙа бригадир-механик, 1999 йылдан баш инженер, 2001 йылдың 31 ғинуарынан “Поляковка” ауыл хужалығы предприятияһында баш инженер вазифаһын башҡара. 2001 йылдың июленән хужалыҡ бүлексәһендә идарасы, 2003 йылдың 1 мартынан шул хужалыҡтың баш инженеры вазифаһына үрләтелә.
2005 йылдың март айынан ул үҙенең “М.Х.Ҡадиров” фермер хужалығын ойоштора, әлеге көндә лә шул эшендә эшләп йөрөй.
М.Х.Ҡадиров эш дәүерендә Туңғатар ауыл Совет биләмәһенең 3-сө саҡырылыш депутаты, 2016 йылдан Учалы районы Советы депутаты. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Учалы районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Почет грамоталары, БР ауыл хужалығы министрлығының “Знак отличия РБ” миҙалы менән наградланған. Тормош иптәше Әлфия Сарим ҡыҙы менән34 йылдан ашыу татыу ғүмер итеп өс бала тәрбиәләп, белем биреп, бер ейән һәм өс ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, матур итеп йәшәп яталар. Үрҙә әйткәнебеҙсә, үҙенең фермер хужалығында йылҡысылыҡ һәм игенселек, шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә һис тә тынғылыҡ белмәгән эшһөйәр Мозафар Харис улы 2016 йылдан Учалы районында иң беренсе булып “Барын Табын” йыйынын башлағайны, ул йыл да дауам итеп, ә 2020 йылда Бөтә табын ырыуҙарының йыйынын Туңғатар ауылы янында үткәреүе – үҙе бер хеҙмәт батырлығына тиң булды. Республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән Табын ырыуҙарының бөгөнгө замандағы вариҫтары йыйылып байрам үткәреүҙәре оло ҡыуаныс һәм эшлекле осрашыу булды. 2021 йылдан М.Х.Ҡадиров Учалы ҡала-район башҡорттары ҡоролтайының рәйесе вазифаһына бер тауыштан һайланыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Был эшһөйәр һәм илһөйәр ир-уҙаманға һоҡланмаған кеше юҡ, күҙ генә теймәһен инде. Һуңғы йылдарҙа республика кимәлендә күтәрелгән Барын-Табын, Ҡара-Табын, Ҡыуаҡан, Күбәләк-Тиләү һәм башҡа ырыуҙар йыйындарынан тыш, тиҫтәләгән мәҙәни сараларҙы исемләп һанап сығыу ҙа Мозафар Ҡадировтың халыҡ ихтирамын, уның оло абруйын яулауын тағы ла асығыраҡ күҙ алдына килтерербеҙ тип уйлайым. М.Х.Ҡадиров Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе вазифаһында әле бер нисә йыл ғына. Шул арала ул үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтеп, уңған етәксе булараҡ танытты. “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының да ышаныслы терәге булараҡ та үҙенең өлгөрлөгөн дәлилләне. Һәр яҡлап эшебеҙҙе хуплап, кәрәк булһа, матди ярҙамынан да ҡалдырмай. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына арналған оло юбилей тантанаһын үткәреүҙе ойоштороуға ҙур көс һалған Көсөк-Маяҡ ауылы “Ағинәй” ойошмаһына, легендар полководец хаҡында китап яҙған (“Халыҡ улы Муса Мортазин”) Рәүеф Вәли улы Шаһиевҡа оло рәхмәтен белдереп, финанслауҙы ла үҙ өҫтөнә алып, район хакимиәте булдырылған Муса Мортазин исемендәге премияны тапшырып ҡыуандырҙы.
“Айыҡ ауыл” конкурстары үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һала. 2022 йылдан башлап ошо конкурсҡа сыҡҡан Ҡолош ауылына, Илсеғол ауылына ла ойоштороу, әҙерлек эштәрендә күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Уның ихлас ярҙамын тойған халыҡ: “Ҡоролтай рәйесенән уңдыҡ!” – тип кенә торалар. 2022 йылдан алып район һабантуйына башҡорт тирмәһе эшләтеп, сынъяһау итеп биҙәп, ҡоролтай ағзалары, ағинәйҙәр, яҙыусылар менән берлектә майҙанда ойошторолған тирмәләр ярышына сығарыуы ла бер яңылыҡ һәм матур тамаша булды. Район кимәлендә “Ағинәй” ойошмаһы үткәргән “Ҡорама – йорт ҡото”, “Һарыҡ йөнө – файҙалы”, “Тәбиғи сеймал” исемле сараларыбыҙҙың уртаһында ла Мозафар Харис улы ҡатнашып, күтәрмәләп йөрөй. “Ай, Уралым, Уралым!” фестиваленең бер тамашаһын да ҡалдырмай, ун райондан килгән “Ағинәй”ойошмаларының үҙ төбәгенә хас милли кейемде күрһәтеү һәм яҡлауҙа ла Мозафар Харис улы ҡорған тирмәлә ҡаршыланыҡ. Өҫтә әйткәнебеҙсә 2025 йылда Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында үткәрелгән “Айыҡ ауыл”йыйыны ла уның актив ҡатнашлығында үтте. Һәр ерҙә өлгөр,аныҡ уйҙар, изге теләктәр менән башҡарылған эшендә ул ҡоролтай ағзаларын да ошо бурыстарҙы берҙәм, теүәл үтәүгә саҡырып тора. Мәғариф бүлеге, уҡсы-мәргәндәр, спорт ярыштары үткәреү сараларында ла уның тарафынан һәр саҡ матди ярҙам күрһәтелә. Йөкмәтелгән вазифаһына: “Эшләргә теләгем көслө!” – тип, дәртләнеп, ең һыҙғанып тотонған ихлас күңелле, изге ниәтле, яҡты йөҙлө Мозафар Харис улы бөгөн, үҙенең 60 йәшенә атлағанда ысын мәғәнәһендә Учалы районының илһөйәр шәхесенә әйләнгән. Бындай ир-уҙамандар был заманда бик һирәк тыуа, уларҙың хәләл көсөн биреп, атайсалына, дөйөм Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле халҡына хеҙмәте оло баһаға һис шикһеҙ БР дәүләт наградаһына лайыҡ!
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты, БР Журналистар союзының Р.З. Хажиев исемендәге премия лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Иңдәреңдә – ил хәстәре!
Эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадировҡа.
Ер үҫтергән, ер күтәргән һине!
Һин - ереңә тоғро уҙаман!
Даланлыһың, йәшәгәнгә күрә
Айырылмай тыуған тупраҡтан!
Ерҙә үтә ҡайнар хеҙмәт көнөң!
Ер һулышын тоя йөрәгең!
Тотонаһың эшкә, яҡшы белеп
Ер ҡәҙерен һәм ер ҡөҙрәтен!
Ырыуыңдың аҫыл вариҫы һин!
Төйәгеңдең ҡото-ырыҫы!
Һин ереңдән ҡеүәт алғанһың да
Йөкмәгәнһең оло бурысты!
Иңдәреңдә һинең - ил хәстәре!
Һабандарға нисек төшәһең,
Милләтеңдең күңеленә шулай
Рух орлоғо бөгөн сәсәһең!
Изге ғәмәлдәрең уң булһындар,
Мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ! -
Баҫыуҙарың башаҡланған төҫлө,
Башҡорт халҡың сәскә атырлыҡ!
Мөнир ИҠСАНОВ.