

Ошо көндәрҙә Бөрәйән районындағы Шүлгән-таш ҡурсаулығы билмәләрендә « Шүлгән-таш мәргәне» тип аталған милли йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ турнир үткәрелде. Республикабыҙҙан һәм күрше өлкәләрҙән алты тиҫтәгә яҡын мәргән көс һынаша.
Ярыш һәммәһе 7 этаптан тора, дистанциялар 18 метрҙан алып 70 метрға тиклем. Уҡсылар ике категорияға бүленде:
16 йәштән 55 йәшкә тиклемге төркөм һәм “55 +” категорияһы.
Учалы районынан Динә Вәлиева 18-54 йәшлектәр араһында 1-се урын ала, Ниля Исламова 55 йәш һәм өлкәнерәктәр төркөмөндә – 2-cе урын. Учалыларҙың “Баҡшай” командаһы дүртенсе урынға сыға. Хәҙер Өфөлә йәшәһәләр ҙә, икенсе урын алған Рәис Низаметдиновтың – икенсе, хәләл ефете Лилиә ханымдың – өсөнсө урынға сығыуҙары ла учалыларға ғорурлыҡ.
Нилә Жәүҙәт ҡыҙының һуңғы аралағы ҡаҙаныштары тураһында гәзиттә яҙғайныҡ, Динә Мәһәҙей ҡыҙының да ярыштарҙа ҡатнашыу темпы бик юғары һәм һөҙөмтәле: август аҙағында Кырғыҙыстанда үткән V “Илбирс” Халык-ара турнирында "3 Д" дициплинаһында 2-се урын, “жамбы” бәйгеһендә (ҡырғыҙҙарҙың эленгән сәпкә атыуы) квалификация турында бересе булып та, финалда өсөнсө ҡала - бигүк әлегә таныш булмаған дисциплина бит. Ә Силәбелә үткәрелгән “Кочевники” ярышында алыҫ дистанцияларҙан атышыуҙа уға тиңдәр табылманы.
Бик сәмле һәм йылы мөхиттә үткән ошондай мәртәбәле ярышты ойоштороусы “Шүлгән- таш” ҡурсаулығының директоры М. Н. Косаревҡа һәм уның хеҙмәткәрҙәренә, баш судья һәм ярышты алып барыусы А. А. Ырыҫҡоловҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә мәргәнбикәләребеҙ.
“Урал батыр” эпосы яралған һәм тасуирләнгән ерлектәрҙә башҡорттоң төп боронғо ҡоралы менән оҫта эш итеүеңде күрһәтә алыу – был үҙе генә лә оло бәхеттер инде ул, милләттәштәр.