

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә 42 йәшлек ҡатын килә. Үҙенең банктағы иҫәбенән 230 меңдән ашыу һум аҡсаһы юғалыуы тураһында хәбәр итә. Ниндәйҙер аферистар минең менән бәйләнешкә сыҡҡандары булманы, телефоным гел үҙем менән, унда билдәһеҙ “приложениелар” урынлаштырманым, төрлө һылтанмалар буйынса күскән юҡ, тип аптырауын белдерә. Эйе, үҙе лә хәтерләмәйҙер йә аңламай ҙа ҡалғандыр, әммә полицейҙар телефонында уның үҙенең (йә телефонын тотҡан башҡа кешенең) енәйәтселәрҙең apk-файл ҡуйыуын асыҡлай, виртуаль донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай бит ул.
Енәйәт эше ҡуҙғатылды, әммә ситтән тороп эш иткән енәйәтселәрҙе тотоу бик тә ҡатмарлы мәсьәлә булып ҡала.
....бер-беребеҙгә “Асып ҡара әле, ниндәй матур һүрәт йә ҡыҙыҡлы мәҡәлә!” тип мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә хәбәрнамәләр ебәрә торғанбыҙ. Бының ҡурҡынысы әллә ни юҡ. Әммә иҫтә тотоғоҙ – хәбәрнамәләге һылтанма “Установить приложение” йә “ОК” төймәләре менән оҙатылһа, бәләһенән баш-аяҡ, айырыуса уяу булығыҙ. Нәҡ ошондай юл менән үҙегеҙ ҙә аңламаҫтан аферистарҙың электрон уғрыһын үҙ телефонығыҙға индереүегеҙ мөмкин. Һыналмаған сайттарҙа ла айырыуса һаҡ тотоноу талап ителә.