Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
30 Сентября , 04:51

Урман шаулап үҫер

Ябыҡ тамыр системаһы (кассета) менән үҫентеләр хәстәрләнә

Добавить в предпочтительные источники Google
Урман шаулап үҫерУрман шаулап үҫер
Урман шаулап үҫер

Яңы тәртип һәм закондар буйынса  биләгән ерҙәрендә арендаторҙар урман ултыртыу менән үҙҙәре шөғөлләнә. Әммә Учалы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә лә эш етерлек. Быйыл, мәҫәлән, планға ярашлы 70 гектарҙа (асыҡ һәм  ябыҡ тамыр системалары)  ултырттылар, 93,5 гектарҙа  элекке йылдарҙағы урман культуралары тулыландырылды (үҫентеләр йөҙ проценты менән ерегеп китә алмай бит). 340,7  гектарҙа йәш ағассыҡтар тирәләй ер йомшартыла һәм утала,  40  гектарҙа –утала, 170 гектар майҙанда урмандың тәбиғи тергеҙелеүенә булышлыҡ саралары һәм башҡа күп эш башҡарылған. 

 Өргөн участка лесничествоһы биләмәһендәге №2  урман  питомнигында быйыл яҙ 103 килограммм ҡарағай орлоғо 1,4  гектарҙа сәселде. Үҫентеләр ярайһы күтәрелгән. Шулай уҡ әлеге ваҡытта популяр алым – ябыҡ тамыр системаһы (кассета) менән үҫентеләр хәстәрләнә. Улар, өҫтәмә мәшәҡәт талап итһә лә, яңы урында ышаныслыраҡ ерегеп китә. 150 мең   дана ошондай “супер-үҫенте”  киләһе йыл ултыртыласаҡ. “Был эштә яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ күрһәткән Елена Зәйнулллина, Асия Сабирова, Эльвира Шәфиғина, Регина Вилданова, Зәлиә Әхмәтйәнова, Римма Кашапова, Гүзәл Хәмиҙәллина һәм Снежана Хәйбуллиналарға айырыуса рәхмәтлебеҙ”, -ти Учалы урман хужалығы директоры Урал Ғоморҙаҡов.

Учалы урмансылары әҙерләгән үҫентеләр ерегеүен ышаныслы  ерегәсәк, тик янғындар ғына харап итмәһен инде күпме көс түгелгән эште (быйыл дүрт осраҡ теркәләгән). Урмандарҙа ут менән һаҡ булығыҙ, яҡташтар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас