Яйыҡ
+8 °С
Дождь
Новости
1 Октября , 08:35

Ҡайтыу

Яҙғы ҡар иреп, тау биттәренән гөрләүектәр аҡҡан мәлдә уң аяғы протез менән алмаштырылған килеш ауылға ҡайтып төштө Илгиз. Поезд уны Өфөгә тиклем генә алып килде, артабан - район үҙәгенә тиклем биш сәғәт барырға кәрәк. Тыуған яҡтарға табан юлдың оҙонлоғон һиҙмәне лә. Күпме көттө ул ошо илаһи мәлдәрҙе... Сит тарафтарҙа Башҡортостанының хәтфә туғайҙары, аҡ ҡайындары төштәренә инеп аҙ яфаламаны. Шуға ла яҡындарына үҙен госпиталдән килеп алырға ҡушманы, үҙем ҡайтам тине. Тыуған яғының хозурлығын автобусҡа ултырып күҙҙәре талсығансы ҡарап барғыһы килде.

Добавить в предпочтительные источники Google

Уң аяҡ урынында бушлыҡ ҡыҫып ауырта, ә күңелдәге яралар унан да тәрәнерәк ине. Күҙҙәренә йәштәр килеп тығылды, хис-тойғолары шарлауыҡтай тышҡа атылды. Йылғалай аҡҡан йәштәрен һөртмәне. Ошо тамсыларҙа уның уй-кисерештәре, әрнеүҙәре, юғалтыуҙары һәм иҫән ҡалыу шатлығы – барыһы бергә ҡушылғайны.

Вокзалдан ағаһы ҡаршы алды. Ике бер туған ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ тын ғына баҫып торҙо. Бер-береһен һүҙһеҙ генә аңланылар.    

Ауылға ингәс, өй алдындағы ҡайын төбөндә әсәһенең шәүләһен йыраҡтан уҡ шәйләне. Яҡыны машина килеп туҡтамаҫ борон йүгерә атлай ҡаршыларына сыҡты. Ағаһы, тапалаһың бит, тип сигнал биргәс кенә туҡтап ҡалды.

Әсә кеше улы машинанан сығып, ҡултыҡ таяҡтарына таянып үҙенә табан атлай башлағас, түҙмәне, йән-фарман барып ҡосаҡлап алды. Күпме көттө ул ошо сәғәттәрҙе. Төн йоҡоларын йоҡламай, улының иҫән әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар ҡылыуын Хоҙай үҙе генә белә.

-Әсәй, мин... мин ҡайттым, - тип бышылданы Илгиз, тамағына тығылған төйөрҙө йотоп. Әсәһе бер һүҙ ҙә өндәшә алманы, улын ҡосаҡлаған килеш таш һындай ҡатты. Ҡосағын ысҡындырһа, ғәзизе тағы юғалыр һымаҡ тойолдо. Күҙенән йәштәр ҙә һығып сығара алманы, дүрт йыл илай торғас ҡороп кипкән ине улар.    

Өй эсе таныш еҫтәр менән тулғайны: мейестә бешкән бәлеш, мәтрүшкәле сәй, барыһы ла элеккесә кеүек. Шул саҡ күҙе стена буйындағы көҙгөгә ҡыҫтырылып ҡуйылған фотоға төштө. Хәрби кейемдә ике кеше, береһе – Илгиз, икенсеһе бала саҡ дуҫы Рәмил. Рәмил менән бергә саҡырылдылар махсус хәрби операцияға, бер батальонға, бер взводҡа эләктеләр. Һуңғы заданиела алғы һыҙыҡтан Илгиз уның кәүҙәһен дрондар аҫтынан үҙе алып сыҡты. Дуҫы, яуҙашы әле Мәскәүҙә госпиталдә, тәне мина ярсыҡтары менән теткеләнгән. Операция артынан операция яһайҙар. Шулай ҙа йәшәйәсәк, тип өмөтләндерә табиптар. «Башҡортостаныма, ауылыма сәләм еткер», - тигәйне Рәмил һуңғы һөйләшеүҙәрендә. Илгиз сәләмде килтерҙе, дуҫы ғына тере килеш кире ҡайта күрһен.

Кисен яҡындары, ауылдаштары килде. Улар менән ишек алдында оҙаҡ ултырҙы. Барыһы ла таралышҡас, протезын сисеп, эргәһенә ҡуйҙы. Был тимер-томор уға ҡыйынлыҡтан бигерәк, тере ҡалыу билдәһе булып тойола ине.

-Атайымдың баянын алып сыҡ әле, әсәй, - тине ул.

Әсәһе ҡаршы килмәне. Баянды тотоп ултырғас, Илгиз бармаҡтарын сиртеп ҡараны. Окоптарҙа өшөгән ҡулдары тәүҙә тыңлашмай, ҡалтыраны. Ләкин тәүге аккорд яңғырағас, бармаҡтары үҙенән-үҙе хәрәкәткә килде. Ул атаһының яратҡан «Сибай» көйөн уйнай башланы.

Көй ауыл өҫтөндә тирбәлде. Илгизгә хатта ошо тимер аяҡ та атай нигеҙендә ныҡ баҫып торғандай тойолдо. Ул белә: һуғыш уның тәнен генә түгел, йәшен дә урлап киткән. Күҙҙәрендә инде малайҙарса шаян осҡондар юҡ, улар урынына -  ҡышҡы һыуыҡта боҙ ҡатҡан күл кеүек тәрән тынлыҡ. Илгиз уйы менән ҡабаттан “тегендә” әйләнеп ҡайтты. Һуңғы алышты хәтерләне.

Ҡышҡы урман тын. Һалҡын ҡарҙың сатнама тауышынан башҡа бер өн дә ишетелмәй, хатта төньяҡ еле лә ағастар араһына боҫҡан кеүек. Илгиз окоп стенаһына һөйәлеп ултырған да туңған бармаҡтарын өрөп йылыта. Позицияла улар өсәү: үҙе, взвод командиры Айҙар һәм элемтәсе Марат.

Өс көн инде тирә-яҡты артиллерия тетә. Көндөҙ - камикадзе-дрондар геүләй, төнөн - миналар ямғыры яуа. Блиндаждың бүрәнәләре шартлау тулҡынына сайҡала, өҫтәге тупраҡ ишелеп төшә. Ут эсендә ваҡыт тигәнең туҡтап ҡалғандай тойола.

Иртәнге ысыҡтай саф һауаны яртылаш тишеп, рация шытырланы. Марат трубканы алды ла, ҡаштары йыйырылып, ҡапыл ағарынып китте.

- Беҙҙекеләр бункерҙа бикләнгән, сығып булмай, снайпер прицелға алған. Яралылар күп, Рәмилдә унда, хәле ауыр. Беҙҙән ярҙам һоранылар, таң атҡансы көс килмәһә, уратып юҡ итәсәктәр, тиҙәр..

Илгиз автоматын ҡымтып тотто. Рәмил дуҫы унда, тимәк. 10 көн элек алғы һыҙыҡҡа киткәндән һуң бәйләнеш өҙөлгәйне. Ҡайҙан ғына эҙләмәне, хәбәр булманы. Улар менән киткән егеттәрҙең икәүһе әйләнеп ҡайтҡан, Рәмилдәр дронға эләкте, тигән. Тиҙерәк барырға, ҡотҡарырға кәрәк. Был юл - тура мәғәнәһендә үлемесле коридор, быны яҡшы аңлай. Әммә башҡаса бер нимә лә эшләп булмай. Асыҡ яландан йүгерһәң, беренсе аҙымдан уҡ... Ул командирына боролдо: - Мин киттем, ағай. Ҡырлата, урман ситенән барырмын. Асыҡ яландан 20 метр самаһы урманға тиклем. Снайперҙы ут асып иғтибарын икенсе яҡҡа йүнәлтегеҙ. Күҙҙән юғалһам, арттан ут асмағыҙ. Юлдан яҙлыҡһам, мин түгел, дошман икән тип уйларһығыҙ.

Беренсе ун метрҙы ул ергә һеңеп тиерлек үтте. Елкәһенән генә түгел, арҡаһынан да тир бәреп сыҡты. Икенсе ун метр... Ҡаршылағы ағас артында нимелер гөрһөлдәне. Илгиз сүгәләне. Шул саҡ уның уң аяҡ осонда ғына тупраҡ фонтан булып күтәрелде. Снаряд ярсығы итеген тишеп үтте, әммә тәненә теймәне.

Урман ситләтеп бункер ауыҙына килеп еткәндә, арттан тағы бер шартлау яңғыраны. Күҙ асып йомғансы аяғына ниндәйҙер эҫе тимер киҫәге кереп ултырҙы. Балтыры янды, быуыны тотмай башланы, ләкин ул артҡа ауманы. Бункер эсендәгеләр уны күрҙе - дүрт егет һәм береһе, ауылдашы, дуҫы Рәмил, ҡанға батып ята. Уның эсәктәре сыҡҡан, әммә аңында. - Ташла мине, брат, - тип бышылданы Рәмил, күҙҙәрен мөлдөрәтеп. – Малайҙарҙы ал да кит... Үҙең дә үләһең бит. - Тауышланма, - тине Илгиз, тешен ҡыҫып. - Һинһеҙ мин нисек ҡайтайым? Әсәйең менән атайыңдың, һеңлеңдең күҙенә нисек ҡарайым? Үлһәк тә бергә үләбеҙ...

Рәмилде үҙе менән алған брезент киҫәгенә һалды ла, ҡалғандарға ярҙамлашырға ҡушты. Бункерҙан сығып, кире яҡҡа табан шыуыштылар. Илгиздең хәле тамам бөттө, аяғы үлтереп һыҙлай башланы. Шул саҡ ҡан еҫен тойған дошман дроны улар өҫтөнә ябырылды. Снайпер телгә килде. Илгиз, һуңғы көсөн йыйып, автоматын алып, һауаға тороп очередь бирҙе. Дрон ситкә тайпылды, ләкин шунда уҡ икенсеһе килеп сыҡты.

Шул саҡ эргәләрендәге ерек ағасы осто. Ярсыҡ Илгиздең елкәһен телеп үтте. Башы әйләнде, донъя ҡараңғыланды. Ләкин Рәмилде ташламаны. Уны көс-хәлгә һөйрәкләп, соҡорға тәгәрәтте. Үҙҙәре лә шунда ауҙы.

Окоп төбөнә төшкәс кенә, үҙенең хәлен аңланы. Уң ҡулы эшләмәй, беләгенән түбән януар тешләгәндәй шешенгән. Аяғындағы яраһынан ҡан аға. Елкәһе ут булып яна. Ә Рәмил тынысланған, башын Илгиздең эйәгенә терәп ята. - Рәхмәт, дуҫ, - тине ул хәлһеҙ тауыш менән.

 - Малайҙарыңды ҡалдырмай алып сыҡтың,  һин дә малай, герой, - тип йылмайҙы Илгиз, ҡан баҫҡан ирендәрен ялап. - Сабыр ит, хәҙер ярҙам килә. Беҙҙекеләр алыҫ түгел, ҡаршыла ғына.

Төн етте. Урман өҫтөнә болот йәйелде, ай ҙа ҡасты. Илгиз окоп стенаһына һөйәлеп ултырыуын дауам итте. Уның эргәһендә медбрат яраларын бәйләгән Рәмил йоҡлай ине. Тыныс ҡына тын ала. Тимәк, йөрәге тибә. Тимәк, Илгиз үҙ бурысын үтәне. Ул дуҫын, яуҙаштарын кәүҙәһен ҡалҡан итеп, үлем тырнағынан тартып алды.

Таң атыуға, позицияға резерв килде. Тәүҙә ауыр яралы Рәмилде алып киттеләр, һуңынан уны носилкаға һалдылар. Илгиз күҙҙәрен йомоп, ауыртыуҙан ҡымшанмай ятты, ә ҡолағына алыҫтағы ауылдан ишетелгән турғай һайрауы кеүек булып тыуған яҡ һулышы бәрелде. Ул иҫән. Улар барыһы ла иҫән.  

Урамдан бала-саға сыр-сыу килеп йүгереп үтте. Илгиздең дүрт йәшлек улы Айнур ҙа улар артынан сапты. Малай боролоп ҡараны ла, иптәштәренән ҡалып, атаһы янына йүгереп килде.

-Атай, һин минең менән хоккей уйнарһыңмы? - тип һораны ул, ғәзизенең ҡосағына һырылып.

Илгиз ҡапыл тынып ҡалды. Күҙҙәре йомолдо. Окопта ултырғанда, госпиталдә ятҡанда, ошо ҡәҙерле минуттар тураһында күпме хыялланды. Улын ҡосағына ҡыҫып, тимер аяғын ыуаланы.

- Уйнармын, улым. Хоккейын да, футболын да, атта ла сабырбыҙ, балыҡ та ҡармаҡларбыҙ. Башҡаса бер ҡайҙа ла китмәм инде. Мин хәҙер - бында.

Малай атаһының муйынын тағы ла ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы. Бала өсөн атаһының аяғы булмау мөһим түгел ине. Уға атаһының йылыһы, уның йөрәк тибеше кәрәк.

Төн етте. Ауыл өҫтөндә йондоҙҙар яна. Илгиз, тәҙрә төбөндәге шешәгә һалынған ҡурай сәскәһенә ҡарап, эстән генә ант итте: тыуған еренең, улының  тыныслығы өсөн ул тере ҡалған икән, тимәк, йәшәргә кәрәк. Яралар уңалыр, әммә йөрәктәге бушлыҡты ғәзиз төйәгенең саф һауаһы ғына тултыра алыр. Ул ҡайтты. Тыуған еренә, үҙенең иң ҙур наградаһына ҡайтты.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас