Яйыҡ
+8 °С
Дождь
Новости
1 Октября , 06:27

Оҫта сәйәхәтселәр

Өс дисциплинала бронза миҙалдар яуланылар

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҫта сәйәхәтселәрОҫта сәйәхәтселәр
Оҫта сәйәхәтселәр

Өфө районында спорт туризмы буйынса ике әһәмиәтле сара үткәрелде – БР уҡыусыларының 76-се республика туристар слеты һәм « Башҡортостан Республикаһы‑2026 туриадаһы».

Учалы районын Туризм үҙәгендә тәрбиәләнгән үҫмерҙәр вәкилләне: Йәсминә Исмәғилова,  Лира Йәнтүрина,  Игорь  Зуграву, Динислам Дауышев,  Арслан Әйүпов, Наил Вәлиев,  Зарина Исмулина, Радалина Ғилманова.

Ориентировка, һыу, велосипед, йәйәү дистанцияларҙы үтеү, конкрс программаһы (“квиз-уйын” – викторина, “визитка”) дисциплиналарында көс һынаштылар.

Конкурс программаһы, йәйәү һәм велосипедтарҙа дистанция үтеү ярыштарында өсөнсө урындарға сыға алдылар.

Команданы Рәилә Рәмил ҡыҙы Фәхретдинова әҙерләгән.

Призерҙар иҫәбенә күтәрелеү  өсөн саҡ-саҡ ҡына далан етмәгән, әммә эш унда түгел бит. Иң мөһиме – заман кешеһе ике аҙым араны ла йәйәү үтергә иренә башлаған  дәүерҙә лә аҫыл ҡыҙ-егеттәр ҡырағай урман-тауҙарҙы гиҙерлек оҫта һәм ҡыйыу сәйәхәтселәр булып үҫә! Ә самолетҡа ултырып сит  алыҫ тарафтарҙы күреп килеү өсөн әллә ни аҡыл да, таһыллыҡ та талап ителмәй, файҙаһы ла самалы....

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас