Яйыҡ
+4 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 09:12

«Әхирәттәр» йәнә балҡынылар

“Яратам һине, тормошом” XV республика фестивалендә Гран-при!

Добавить в предпочтительные источники Google
«Әхирәттәр»  йәнә балҡынылар«Әхирәттәр»  йәнә балҡынылар
«Әхирәттәр» йәнә балҡынылар

Әле яңы ғына Учалы ауылындағы район мәҙәниәт йортоноң «Әхирәттәр»  фольклор ансамбле “Байыҡ” телевизион конкурсының икенсе турында  «Йәшлегем уйындары» бейеүе менән  уңышлы сығыш яһаны, тип яҙғайныҡ. БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Ғәлимйән һәм Динира Хилажевтар етәкләгән коллектив йәнә оло уңышҡа өлгәште.

Ололар көнө алдынан, 30 сентябрь Өфөлә, «Торатау»  конгрес-холында “Яратам һине, тормошом” XV республика фестивале йомғаҡланды.

 Сара бик ҙур күләмдә үткәрелә: ете зона этаптарында ике меңдән ашыу 55 йәштән олораҡ һәүәҫкәр артистар   350-нән ашыу номер күрһәтә, Гала-концертҡа һөттөң ҡаймағы һөҙөп алына.

Беҙҙең “Әхирәттәр” концертта “марш” бейеп,  ҡалған номинацияларҙағы еңеүселәр менән бер рәттән Гран-при яуланылар. Ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да оҙаҡ йылдар илһамланып, тамашасыларҙы шатландырып сәхнәләрҙә балҡырға яҙһын. “Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла” яуап билдәле яуап билдәле – ҡартаймай, ә сәхнәләрҙә сығыш яһаусыларҙың маңлайҙары ла тиңәдәштәренә ҡарағанда күпкә һуңыраҡ һырлана.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас