Яйыҡ
+1 °С
Облачно
Новости
5 Октября , 04:56

Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе

Ҡолош ауылында күркәм сара

Добавить в предпочтительные источники Google
Ололарҙы ололау —  яҡшылыҡтың билдәһеОлоларҙы ололау —  яҡшылыҡтың билдәһе
Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе

“Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө!
Ил аҡылы һеҙҙә тупланған !
Әл дә һеҙ бар -йәштәр өсөн терәк,
Кәңәш биргән, әрләп-хуплаған “, -
тип ҡаршыланы оло йәштәге ауылдаштарын Ҡолош мәҙәниәт йорто мөдире Рима Сәғит ҡыҙы Минһажева. Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы  Жәлил Шайкамал улы Солтановтың  ҡотлауынан башланып, "Хәтирә" төркөмөнөң матур йырҙары, китапханасы Нурия Вәрис ҡыҙының йыйылыусыларға арнап уҡыған шиғырҙары менән дауам иткән аралашыу клубта ихлас йылылыҡ тыуҙырып ҡына ҡалманы, күңелдәрҙе йомшартып, керпек остарына шатлыҡ йәштәре лә элеп ҡуйҙы. Бергәләп ҡыуанышырға сәбәптәр күп булды был сарала, сөнки ойоштороусылар "бәхетлелеләрҙең байрамы ҡуш килә" тип тырышты һәм Оло йәштәгеләр көнөндә матур юбилейҙарын билдәләгән ауылдаштарын да хөрмәтләп үтте. Ә юбилярҙар күп кенә булып сыҡты. Тәбрикләүҙе быйыл 75 йәшен тултырған, дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп әле лә егеттәрсә еңел баҫып, гөрләтеп донъя көткән  Салауат Усман улы Ялалов  һәм йәшләй генә яңғыҙ ҡалып бөтә ғүмерен ҡыҙ-улдарына арнаған бала йәнле, туған йәнле, ауылыбыҙҙың йәме, йәне булған еңгәбеҙ Гөлшат Искәндәр ҡыҙынан башланыҡ. Артабан тәбрикләнгән  Миңһылыу Махиян ҡыҙы Мәхмүтова, Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы Ямалетдинова , Гөлфиә Жәүҙәт ҡыҙы Әхмәҙуллина , Фәриҙә Шәүкәт ҡыҙы Рәхмәтуллина , Гөлдәр Сабит ҡыҙы Хәйруллина , Вәлимә Мәүлит ҡыҙы  Зиннуроваларҙың  һәр береһе тураһында бик күп һәм тик матур һүҙҙәр генә яҙырға булыр ине, сөнки, шиғри юлдар менән әйткәндә:
“Бушҡа йәшәлмәгән үткән ғүмер-
Хеҙмәт менән йылдар үткәндәр.
Нәҫел ебен һуҙар, илен данлар
Ул һәм ҡыҙҙар үҫеп еткәндәр”.
Ә киләһе тәбрикләү йыйылған халыҡ өсөн көтөлмәгән, әммә ҡыуаныслы яңылыҡ булып яңғыраны. Ысынлап та, ҡарағайҙай улдар үҫтереп, донъяларын шау сәскәгә күмеп йәшәгән, ауыл тормошонда йәштәрсә дәрт менән ҡайнап йөрөгән , МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәрҙең иң әүҙемдәре булған Флүзә һәм Йомадил Мөхәмәтйәровтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулып китеүенә ышаныуы ла ҡыйын.
Артабан Ҡолош халҡын  йырлатып, бейетеп кенә ҡалмай, һәр береһен иғтибарға алып, ауылдаштарын бергә туплап йәшәтеү теләге менән янған Рима Сәғит ҡыҙын үҙен дә хаҡлы ялға сығыуы менән ҡотлап, байрамды килендәше дауам итте. 40 йылдан ашыу ғүмерен һатыусы һөнәренә арнап кешеләр менән эшләүҙең бөтә нескәлектәренә төшөнөп бөткән Гөлфиә Жәүҙәт ҡыҙы тәҡдим иткән уйын кәйефтәрҙе тағы ла күтәреп, байрамды йәмләп ебәрҙе.
Аралашыуға һыуһаған ауылдаштар бер -береһенә сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп, киләһе осрашыуҙарға тиклем иҫән-һау булырға вәғәҙә биреп хушлашты.

                                                   Нурия Кәримова, Ҡолош ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас