

Әле яңы ғына интернет аферистары apk-файл ярҙамында бер яҡташыбыҙҙан 230 мең һум урлауҙары тураһында яҙғайныҡ.
Бер урта йәштәрҙәге ир ҙә шундай тоҙаҡҡа эләкте, әммә икенсе рәүештәрәк. Мессенджерҙа таныш булмаған сибәркәйҙән хәбәрнамә килә – танышырға тәҡдим итә, фотографияларын яҡшылап ҡарау өсөн ошо apk-файл менән һылтанма ла ебәрелә. Яҡташыбыҙ, әлбиттә, асып ҡарай – танышырға теләк булмаған хәлдә лә, ҡыҙыҡ та инде. Һәр кемебеҙ асып ҡарар ине буғай. Һылтанма буйынса күсеү менән смартфоны “зависать” итә. Телефонын рәткә килтергәс асып ҡараһа, утыҙ мең һумы ләм-мим юҡ булған, йәнәһе лә, ниндәйҙер уйын өсөн тотҡан (“донат” алған). Ир, әлбиттә, полицияға йүгерә, уғрылыҡ факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тик “сибәркәй” әллә ҡыҙ, әллә ир, әллә күрше фатирҙа, әллә күрше илдә – осона сығыуы ҡатмарлы.... Ысынында ла танышырға кәрәк булып китһә, быуаттар буйына һыналған димсе ҡарсыҡтар күпкә ышаныслыраҡ!
Алдағы оҡшаш осраҡ тураһында яҙғандағы кәңәштәрҙе ҡабатлайыҡ: ....бер-беребеҙгә “Асып ҡара әле, ниндәй матур һүрәт йә ҡыҙыҡлы мәҡәлә!” тип мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә хәбәрнамәләр ебәрә торғанбыҙ. Бының ҡурҡынысы әллә ни юҡ. Әммә иҫтә тотоғоҙ – хәбәрнамәләге һылтанма “Установить приложение” йә “ОК” төймәләре менән оҙатылһа, хәбәрнамәне фәҡәт танышығыҙ ебәреүен теүәл белмәһәгеҙ, бәләһенән баш-аяҡ, айырыуса уяу булығыҙ.