+10 °С
Облачно


12 октябрь 01.35. сәғәттә янғын һағы диспетчеры автомобилгә ут тоҡаныу тураһында хәбәр ала. Учалы-Белорет трассаһында, Баҙарғол ауылы тирәһендә ВАЗ-2107 янған була. Уральск ирекле янғын командаһы һәм 24-се янғын-ҡотҡарыу часы көсө менән һүндерелә. Иң мөһиме – уттан кешеләр зыян күрмәгән, ти. Әлеге ваҡытта бәләнең хәл-шарттары асыҡлана.