Яйыҡ
+12 °С
Облачно
Новости
15 Октября , 11:25

"Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."

 Учалы районында «Беренсе тирмә» республика ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәр проектында ҡатнашыусы 48 йәшлек Гөлназ Фәттәхова менән бәхилләштеләр. Яҡындары, туғандары һәм күп һанлы фекерҙәштәре өсөн был бик ауыр һәм ҙур юғалтыу...

Добавить в предпочтительные источники Google
"Алсаҡ ҡояш кеүек ине...""Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."
"Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."

Ошо көндәрҙә Учалы районында «Беренсе тирмә» республика ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәр проектында ҡатнашыусы 48 йәшлек Гөлназ Фәттәхова менән бәхилләштеләр. Яҡындары, туғандары һәм күп һанлы фекерҙәштәре өсөн был бик ауыр һәм ҙур юғалтыу...

«КП-Өфө» баҫмаһына Башҡортостандың Туризм министрлығының элекке етәксеһе, Гөлназ Фәттәхованың күптәнге дуҫы, билдәле яҡташыбыҙ Зөһрә Гордиенко һөйләүенсә, былтыр Гөлназ Хәмит ҡыҙы «Беренсе тирмә» проектының ирекмәне булырға ҡарар итә. Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам темаһы уның өсөн яҡын, сөнки бер туған ҡустыһы алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Ире лә күптән түгел оҙайлы хеҙмәттән һуң өйгә ҡайтҡан. Ғаилә Учалыла төпләнгән була. Гөлназдың берҙән-бер 18 йәшлек улы Арслан Мәскәүҙә уҡый.

Шул бәхетһеҙ кистә, Гөлназ инсульт кисергәндә, ашығыс ярҙам машинаһы ваҡытында килеп өлгөрмәй, станция бик алыҫ урынлашҡан. Элек, яҡындары әйтеүенсә, ул һаулығынан зарланмаған булған.

Гөлназдың әсәһе ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған талантлы уҡытыусы, мәктәп директоры ла, атаһы коллектив хужалыҡ рәйесе вазифаһын башҡара. Әле икеһе лә хаҡлы ялдалар. Гөлназ үҙе полиция хеҙмәтен һайлай. Ире менән икеһе лә шунда хеҙмәт итеп отставкаға сығалар. Гөлназ Хәмит ҡыҙы адвокат квалификацияһы ала һәм ошо өлкәлә уңышлы эшләй. Параллель рәүештә яугирҙар өсөн гуманитар йөк йыйыу һәм маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә, яҡташтары өсөн посылкалар йыя. Һуңынан "Беренсе тирмә" проектының 9-сы составы ирекмәне булырға ҡарар итә һәм Луганскиҙағы госпиталдәрҙең береһенә юллана. Госпиталдә ул яралы яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Санитар һәм ашнаҡсы булып эшләү, психологик ярҙам күрһәтеү һәм яралы һалдаттарҙы бәйләү ҙә уға ят булмай.

"Гөлназ ысын ҡояш ине, шат күңелле, дәртле, унан һәр ваҡыт яҡшылыҡ, изгелек бөркөлдө. Уның энергияһы тирә-яҡтағыларға ла күсә торғайны, ә эскерһеҙ йылмайыуы һәм ярҙамсыллығы күңелдәрҙе иретә ине", - тип хәтерләй яҡташыбыҙҙы белгәндәр.

Яҡташтары хәтерендә Гөлназ Хәмит ҡыҙы Фәттәхова нәҡ шулай - мөләйем, шәфҡәтле, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булыусы иптәш, ирекмән булып иҫтә ҡаласаҡ.

Гөлназдың ата-әсәһенең, улының, яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Тыныс йоҡла, беҙҙең ҡояшыбыҙ!

"Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."
"Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."
"Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."
"Алсаҡ ҡояш кеүек ине..."
Автор:Гюзель Латыпова
Читайте нас