

Учалы тау сәнәғәте колледжында “Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү” сараһы үткәрелеп, БР халыҡ артисы, автор-башаҡарыусы Рәмил Бадамшин студенттар менән осрашты. Ябай концерт түгел, Ватан, яу ҡырындағы яугирҙәребеҙ, бурыс тураһында әңгәмәгә әйләнде. Рәмил Шәфҡәт улы менән бергә МХО ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре килеүе осрашыуҙы тағын да нығыраҡ йәнләндерә. Былай ҙа МХО темаһы студенттар өсөн ят түгел, Учалы тау сәнәғәте колледжы үҙе әҙерләгән хеҙмәт алдынғылары менән генә түгел, яу батырҙары менән дә ғорурлана ала...