Яйыҡ
+12 °С
Облачно
Новости
15 Октября , 05:30

Роботтар һуғышы һәм Тыуған ергә һөйөү

«Модный Иба» позывнойлы яҡташыбыҙҙың яҙмышы - Тыуған илгә тоғролоҡ һәм намыҫ эше. Уның тураһында былтыр йәйҙә “Яйыҡ” гәзитендә яҙып сыҡтыҡ. Ул мәлдә яугир махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң, тыныс тормошҡа яраҡлашып йәшәй генә башлаған ине. Интервьюһында МХО-ла күргәндәре, кисерештәре тураһында һөйләгәйне. Әммә тыныс тормош уның өсөн ваҡытлыса ғына булып сыға. Учалыға ҡайтҡас, яңынан контракт төҙөп, был юлы БПЛА операторы булып һуғышҡа юлланды. Әле яраланғандан һуң реабилитация үтеп, ошо көндәрҙә кире ҡуҙғалды.

Добавить в предпочтительные источники Google

Беренсе тапҡыр ҙа үҙ теләге менән юллана “тегендә”. Был етди аҙымға уйлап ҡарап, тиктомалдан сығып китмәй, тәү сиратта киләсәк тормошобоҙҙо, ил, республика яҙмышын күҙ алдынан үткәрә, беҙҙең кеүек тимер өҙөрлөк егеттәр ҙә ил именлеген һаҡламаһа, тағы кем Ватаныбыҙҙы яҡлар, тигән уй тынғы бирмәй уға. Таныштары араһынан да үҙ теләктәре менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа йүнәлгәндәр байтаҡ була, уларҙың тәүәккәл аҙымдары егетте бик ҡыҙыҡтыра. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Грозный ҡалаһында “Әхмәт” подразделениеһы менән контракт төҙөй. Әйткәндәй, олатаһы - Зәйнулла Ибәтуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан иҫән ҡайтҡан, тыуған ауылы Ҡалҡанда оҙайлы ғүмер кисереп вафат була.

-2022 йылда һуғышҡа барырға уйлаған инем, әммә атайым ҡапыл ғына вафат булғас, был уйымдан кире ҡайтырға тура килде, ике йылдан, 2024 йылда иһә уйҙарымды ҡабаттан барлап, етди тәүәкәлләнем. Тәүҙә дүрт айға ҡыҫҡа ваҡытлы контракт төҙөнөм, һуңынан уны тағы дүрт айға оҙайттым. Шулай итеп һигеҙ ай алғы һыҙыҡта дошман менән алышырға тура килде, - ти ул.

Күңелем унда тартты

Былтыр ҡайтҡас, һәүетемсә генә йәшәп китермен, тип уйлай. Эше бар, иҫән-һау, тағы нимә кәрәк? Һөнәре нефть сығарыу тармағына бәйле, кабинетта ғына ултыра, аҡсаһы ла етә. Ләкин күңел тыныслығын таба алмай. Урамда, эштә яуҙа ҡалған егеттәрен уйлай, уларҙың ярҙамға мохтажлығын күреп, бер ҡарарға килә: «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташларға ярамай, кемдер унда булырға тейеш. Илде яҡларға кәрәк», - тип белдерә яҡындарына.

-Офис эше тиҙ туйҙырҙы, ҡан уйнай, адреналинды ҡайҙа ҡуйырға белмәй башланым. Үҙем иһә унда барырға йыйынған таныштарҙы, дуҫтарҙы, йөрөмәгеҙ, тип кире өндәйем, ә күңелем унда тартылды. Һуңынан яуҙаштар ҙа саҡырғас, түҙмәнем, - ти был аҙымын.

Уның ҡарары ғаиләһе өсөн көтөлмәгән булһа ла, ниәтен аңлап ҡабул итәләр. Яугирҙең һүҙендә ныҡ торасағын, кире өгөтләүҙән фәтеүә юҡлығын яҡшы беләләр.

Дроновод булып китә

Был юлы үҙен икенсе йүнәлеш буйынса һынап ҡарай. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡоролтай аша контракт төҙөй, РФ Һауа-десант ғәскәрҙәренең 26-сы айырым пилотһыҙ осоу системалары бригадаһында хеҙмәт итә башлай.

Хәҙерге армияла БПЛА взводтары һәм роталары айырым структура булараҡ формалаша. Уҡыу үҙәгендә яңы тактик алымдарҙы, дошмандың «тере» дрондарын бәреп төшөрөү ысулдарын өйрәнә. БПЛА операторҙары өсөн тағы бер мөһим өҫтөнлөк бар: улар алғы һыҙыҡта туп-тура һуғышҡа инмәй, йыш ҡына хәрби бурыстарын подразделение штабынан йыраҡта, хәүефһеҙерәк урында башҡара.

«Дрондар эраһы» тип аталған хәҙерге заман шарттарында операторҙарҙың эше ифрат яуаплы. Бер хата ла подразделениеға ҙур юғалтыуҙар килтереүе ихтимал. Шуға күрә юғары белемле Учалы егете кеүек, үҙ эшенең оҫталары фронтта ифрат ҡәҙерле.

-Бөгөн беҙ роботтарға ҡаршы һуғышабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - тыныслыҡ һәм иғтибар. Ҡулдағы пульт - разведка ла, элемтә лә, кәрәк саҡта ярҙам да.  Монитор артында, дошмандың һәр хәрәкәтен алдан күрергә, уның ниәтен аңларға тейешһең. БПЛА операторҙары өсөн һуғыш меңәр метр бейеклектә, радиотулҡындар араһында бара. Дошман позицияларын тикшерәбеҙ, артиллерияға координаттар ебәрәбеҙ, дошман техникаһына туранан-тура һөжүм яһайбыҙ, - тип һөйләй хәрби хеҙмәте тураһында.

Беҙҙең менән ИИ һуғыша.

Дошман белеп ҡалмаһын өсөн йыш ҡына бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөргә тура килә уларға. “Дошмандың бөгөнгө көндә яһалма интеллекттары бар. Беҙҙең менән ИИ һуғыша. Ә уларға граждан инфраструктураһымы, хәрбиҙекеме -  барыбер», - ти «Модный ИБА».

Рәсәй армияһында ла заманса техникаларҙың күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Роботлашҡан танктар бихисап, һуғы ваҡыт «курьер», «лягушка» тигәндәре менән тулылана. Улар йөк ташый, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ тейәп алғы һыҙыҡҡа китә. Танкка пулемет ҡуйыла, уның менән оператор идара итә.

Бригадаларында Башҡортостандан өс кеше бар. Хеҙмәттәштәре араһында йәштәр күп икәнен билдәләй. Пилотһыҙ осоу системаһына теләһә кемде алмайҙар, башта бик ҡаты һайлау үткәрәләр. Яҡташыбыҙға контракт төҙөгәндә ике тәүлек ултырып тестар үтергә тура килгән. 18 йәшлек егеттәрҙең компьютер генийҙары икәнен һөйләй. Бик башлылар, геймер оҫталығына эйәләр, ти. Ҡулдарына пульт алһалар, күҙҙәрендә осҡон тоҡана, азарт барлыҡҡа килә. Күҙ асып-йомғансы дошман дрондарын бәреп төшөрәләр, тип һоҡлана яугир.

Йығылыуым ҡотҡарҙы

Үҙенең нисек яраланыуын һөйләне. Бәхетле осраҡ менән генә үлемдән саҡ тороп ҡала. 

- Хеҙмәттәштәрем менән “шестеркала” хәрби заданиеға китеп барабыҙ, мин рулдә. Һиҙәм, арттан кемдер күҙәткән кеүек. “Күңелем тыныс түгел, хәҙер нимәлер буласаҡ”, тим егеттәргә. Күп тә үтмәй, беҙҙән алда хәрби постан һауаға тоҫҡап ут астылар. Шунда беҙҙе “сәпкә” алғандары башҡа барып етте. Ишекте асып ҡараным, арттан “птичка” эйәргән. Сәғәтенә 140 километр тиҙлек менән килһәк тә, унан ҡасып ҡотолоп булмаясағы көн кеүек асыҡ ине, егеттәр, һикерегеҙ, тип ҡысҡырҙым. Улар тиҙ генә машинанан һикереп төштөләр. Мин һуңғыһы булып һикерҙем, шул саҡ ҡошсоҡ машинаға бәреп инде лә, “маневр” яһай башланы, шартлатманы, ә боролоп миңә ташланды. Бар көсөмә йүгереп китеп барғанымда,  бордюрға абындым, ә ул ваҡытта дрон башыма осоп килә ине. Үлемем шулдыр тип уйлап та өлгөрмәнем, йығылдым, “птичка”ла эргәмә төшөп шартланы. Аяҡты нимәлер телеп ебәрҙе, бөтә бронежилет ярсыҡтар менән тулды, - тип хәтерләй.

Барыһы ла иҫән ҡала, ул ғына яралана. Рация аша ярҙам һорап үҙебеҙҙекеләргә сығалар. 15 минуттан машина килеп етә, тәүге ярҙам күрһәтәләр. Яугирҙе багажникка һалып, ҡулына мылтыҡ тотторалар: «Кәрәк булһа, атырһың», - тиҙәр. Китеп тә өлгөрәләр, шул урынға тағы ете дрон килеп төшә. Дошмандар яҡташыбыҙҙы тулыһынса юҡ итергә теләп эҙләйҙәр, ләкин таба алмайҙар.

-Тойоу һәләтем көслө. Ул мине бер тапҡыр ғына ҡотҡармай. Беләм: был фәрештә-һаҡсы – атайым, уның рухы ҡурсалай. Һәр ваҡыт эргәмдә йөрөгән кеүек, өндәшә төҫлө, - ти «Иба».

Буш ваҡыттарында йәшәгән урындарын рәтләйҙәр, хәрби заданиеға машиналарын, ҡорамалдарын әҙерләйҙәр. БПЛА - ҡулдағы уйынсыҡ түгел, бик нескә электроника. Көслө елдә лә, ҡойма ямғырҙа ла сигналды юғалтмаҫҡа, батареяның зарядын иҫәпләргә, ел йүнәлешен самаларға кәрәк. Бында математика ла, инженерлыҡ та, йөрәктең ныҡлығы ла талап ителә.

Ашау мәсьәләһенә килгәндә, үҙҙәре бешерәләр. Араларында ҡасандыр ресторанда эшләгән егеттәр бар. Шеф-ашнаҡсылар бында ла аш-һыуға оҫталыҡтарын күрһәтә, тәмле итеп бешереүҙән тыш, блюдоларҙы ресторан-кафелағыса биҙәп, яуҙаштарының күңелен күрәләр. Аҙыҡты магазиндарҙан һатып алалар.

-Алғы һыҙыҡтан 7-20 км алыҫта халыҡ ғәҙәти йәшәү рәүешен алып бара. Шартлауҙар арҡаһында йорттар емерелгән, күбеһе юҡ, ер менән тигеҙләнгән.  Әммә кешеләр бер ҡайҙа ла китмәй ҡалған. Башлыса оло йәштәгеләр. Уларҙың да төрлөһө бар, араларында беҙҙе һатҡандары ла осрай, ошо арҡала “прилеттар” булды ла инде. Шуға үҙебеҙҙе һиҙҙермәҫкә тырышабыҙ, граждан кейемендә йөрөйбөҙ, - ти ул.

Мине һөйгән ҡыҙым көтә

Яҡташыбыҙҙы тыуған яғында әсәһе, һеңлеләре һәм һөйгән ҡыҙы көтә. Киләсәктә туй яһарға йыйыналар.

Яугирҙең Брянск өлкәһенән «Гасан» позывнойлы хеҙмәттәше лә ялға ҡайтҡан. Яраланғанда ул ҡотҡарған икән, хәҙер бик дуҫтар. Яуҙашын әсәһе менән Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡырған. Бүләккә милли бүректәр һатып алған, республикабыҙҙың, Учалының матур ерҙәрен күрһәтергә ниәтләй.

Яҡташыбыҙ учалыларға, республика халҡына гуманитар ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтле. Шишмә районынан ике машина биргәндәр, уларҙы кәрәк-яраҡ менән тултырған Шайморатов штабы волонтерҙарына, «Тыл хеҙмәтсәне», «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» төркөмдәренә, ҡала-район халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә

«Иба-Модный» был ике автомобилде алғы һыҙыҡҡа алып китте. Береһен үҙе ҡыуып алып барһа, икенсеһен Рязангә тиклем изге йөрәкле ирекмән Назар Абдуллин алып барырға ризалашҡан.

Яҡташыбыҙ хәҙер яңынан монитор артында. Уның аппараттары дошмандың ут нөктәләрен юҡҡа сығара. Эшенең һөҙөмтәһе - ерҙәге һалдаттарҙың ғүмере. “Иба” тапҡан координаталар буйынса ут асылған һайын, беҙҙең яугирҙәрҙең алға барыу мөмкинлеге арта. Был заман технологияларын ҡыйыулыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү менән берләштергән яңы быуын яугирҙәренең батырлығы.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас