Яйыҡ
+7 °С
Ясно
Новости
16 Октября , 09:26

Ҡурай ҙа, бетеү ҙә

Учалылар Өфөлә оҫталыҡ дәрестәре бирҙе  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурай ҙа, бетеү  ҙәҠурай ҙа, бетеү  ҙә
Ҡурай ҙа, бетеү ҙә

14 октябрь Өфөләге Этноүҙәктә башҡорт халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелде. Ә иң шәп оҫталар, әлбиттә, Учалы төбәгендә бихисап.

“Ирәмәл” ижад үҙәгенән педагог, танылған ҡурай яһау оҫтаһы һәм музыкант Дим Рәфҡәт улы Мөжәүиров йыйылған кешеләрҙе ҡурай һәм ҡумыҙҙы нисек дөрөҫ тоторға, көй сығарырға өйрәтте.Ә Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Әнисә Әнүәр ҡыҙы Хажиева “бетеү” тарихы тураһында бәйән итте,уны дөрөҫ яһау серҙәренә төшөндөрҙө. Айырыуса сигеү төрҙәрен аңлатыуға баҫым яһай. Теория буйынса әҙерлек алғас, сара ҡунаҡтарына үҙҙәренә бетеү тегергә мөмкинлек бирелде.Шулай уҡ колледждың уҡытыусыһы Гүзәл Минниғәли ҡыҙы Уҙаҡбаева баш ҡала кешеләрен нәфис кейеҙ баҫыу алымдары менән таныштырған. Ә даны киң таралған оҫта Сәғит Сабит улы Фәхретдинов күн менән эш итеү тәртибенә төшөндәрә. Әйткәндәй, ул БСТ каналында популяр  «Бәхетнамә» тапшырыуына ла саҡырыла. Мөмкинлек булһа - ҡарағыҙ

Оҫталарыбыҙ  әҙерләгән эштәрҙән күргәҙмә ойошторла, тамашасылар ныҡ оҡшатҡан,ти.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас