Яйыҡ
-1 °С
Облачно
Новости
19 Октября , 04:50

Киләсәктә лә был һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланыласаҡ

Башҡортостан Бөтә Рәсәй “Турникеттарһыҙ аҙна” профориентациялау аҙнаһына ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киләсәктә лә был һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланыласаҡКиләсәктә лә был һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланыласаҡ
Киләсәктә лә был һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланыласаҡ

Башҡортостан Бөтә Рәсәй “Турникеттарһыҙ аҙна” профориентациялау аҙнаһына ҡушылды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ойошторола.

Акцияның төп маҡсаты – йәш быуын вәкилдәрен ысын етештереү менән таныштырыу, ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәрҙе һәм заман сәнәғәте торошон күрһәтеү.

Республика предприятиелары уҡыусыларҙы, студенттарҙы һөнәри турҙарға, экскурсияларға саҡыра, мәктәптәрҙә, юғары һәм урта белем биреү йорттарында тематик дәрестәр, компаниялар вәкилдәре, йәш белгестәр, ветерандар менән осрашыуҙар һәм башҡалар үткәрелә.

“Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге белгестәре һөнәри сынығыу алырға һәм экскурсиялар маршруттарын төҙөргә ярҙам итә.

- Бөгөн завод - станоктар ғына түгел, робот техникаһы, аддитив технологиялар ҙа. Беҙ етештереүҙә эшләүҙең абруйлы, ҡыҙыҡ, һөнәри үҫешкә ҙур мөмкинлек икәнлеген күрһәткебеҙ килә. Маҡсатыбыҙ – ҡыҙҙарға һәм егеттәргә киләһе 10 йылда ла ҙур һорау менән файҙаланылған һөнәрҙе аңлы рәүештә һайларға булышлыҡ итеү, – тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников.

 

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас