Яйыҡ
-1 °С
Облачно
Новости
19 Октября , 04:50

Милли проект булышлыҡ иткән

Башҡортостандан 65 эш биреүсе стажировка үткәргән өсөн 9,2 миллион һумлыҡ килешеү төҙөнө. Программа, “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы,  мәшғүллек кадрҙар үҙәктәре аша үтәлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли проект булышлыҡ иткәнМилли проект булышлыҡ иткән
Милли проект булышлыҡ иткән

Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Субсидия компанияларға остазлыҡ өсөн һәм стажерҙарға эш хаҡын түләүҙең өлөшөн компенсацияларға булышлыҡ итә. Ул – дәүләт бюджетҡа ҡарамаған страховка иғәнәләре суммаһы менән арттырылған эш хаҡын түләүҙең минималь күләме. 2026 йылда ул 40,6 мең һум тәшкил итә. Стажировка үтеүҙең иң күп ваҡыты – алты ай.

Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылдан стажировкалау программаһында 17 мең тирәһе йәш белгес ҡатнашҡан. Йыл башынан “Рәсәй эше”нең төбәктәрҙәге кадрҙар үҙәктәренә ярҙам һорап 415 юғары, урта белем биреү йортон, мәктәпте тамамлаусы мөрәжәғәт иткән. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, кадрҙар үҙәктәре булышлығында 70 процент тирәһе йәш кеше эшкә урынлашҡан.

Сығанаҡ: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Фото: БР Хөкүмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас