

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы начальнигы итеп өлкән лейтенант Рәфис Фәнис улы Казин тәғәйенләнде.
Ул 1981 йылдың 6 ғинуарында Белорет районының Ҡаһарман ауылында тыуған. Өфө автотранспорт колледжын һәм РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» йүнәлеше буйынса тамамлаған. Эске эштәр органдарында хеҙмәтте 2008 йылда Белоретта башлай. Һуңғы эш урыны — РФ Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ инспекторы. «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалының 3-сө һәм 2-се дәрәжәләренә лайыҡ булған.