Яйыҡ
+1 °С
Облачно
Новости
20 Октября , 06:18

«Камера. Көҙ. Мин»

Муниципаль медиа-марафоны еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде

Добавить в предпочтительные источники Google
«Камера. Көҙ. Мин»«Камера. Көҙ. Мин»
«Камера. Көҙ. Мин»

 Учалы ҡалаһының "Аҡбуҙат" ижад һарайында «Камера. Көҙ. Мин» тип аталған башҡортса муниципаль медиа-марафоны еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Башта конкурстың үҙе тураһында.  Ойоштороусылар - "Аҡбуҙат" Ижад һарайы, Учалы мәғариф бүлеге һәм "Ҡусҡар" балалар медиастудияһы. Заманы шул бит, йәштәр  видео төшөрөргә, һис юғында интернет аша үҙҙәре ҡарарға әүәҫ. Тыйыуҙан ғына файҙа ла, мәғәнә лә юҡ, сер түгел инде – кешелектең артабанғы үҫеше, шул иҫәптән милли тел һәм мәҙәниәттәрҙең артабан һаҡланып ҡалыу-ҡалмау проблемаһы “цифра даирәһенә” туп-тура бәйле.  Ошонан сығып, медиа-марафон балаларҙы ижад донъяһына йәлеп итеү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм заманса медиатехнологиялар аша үҙ фекереңде белдереү мөмкинлеген асыу маҡсатында ойошторолдо.

Марафон исеме юҡҡа ғына тағылмаған - бер ай барҙы.  Балалар 1 минутҡа тиклем  оҙонлоҡта көҙ тураһында видео төшөрөргә тейеш ине башҡорт телендә.

 -Положение буйынса, конкурс мәктәп уҡыусылары өсөн, ләкин үҙ белдектәре менән 2 балалар баҡсалары  тәрбиәләнеүселәре лә килеп ҡушылды, - тип йылмайып бәйән итте “Ҡусҡар” студияһын ойоштороусы һәм етәксеһе Альбина Ғәлиева.-  Барлығы 22 эш ҡаралды. Еңеүселәр генә түгел - барлыҡ ҡатнашыусылар бүләктәр алды. Бының өсөн  бағыусылар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бер спонсорыбыҙ, башҡорт рухлы эшҡыуар, исем-шәрифен әйтмәүҙе һораны, шулай уҡ  "Хито-суши. Учалы" рестораны балаларға шатлыҡ бүләк итеүҙә булышлыҡ итте. Рәхмәт төшһән үҙҙәренә!

"Тамашасылар һөйөүе" номинацияһына “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тауыш биреүҙә Алһыу Динмөхмәтова еңде (Учалы ауылынан Ә.Ғ. Хөснөтдинов ис. мәктәп).  5-се класс уҡыусыһы «Алма беш...» тип аталған күркәм видеояҙма тәҡдим итә. Ҡалған призерҙарҙы махсус комиссия билдәләне. Жюри составына Ижад һарайы директоры Наил Ирмикимов, мәғариф бүлегенең төп белгесе Гәлиә Камалетдинова, «Учалы ТВ» телеканалы хәбәрсеһе Лидиә Динмөхәмәтовалар инә. Бөтә эштәр ҙә үҙенсәлекле һәм маҡтауға лайыҡ,  авторҙары ихлас тырышҡандар,  шулай ҙа баһалама комиссияһына дүрт төп критерийға баҫым яһап эш итергә тура килә: конкурс темаһына тап килеү, ижади ҡараш, башҡорт теленең дөрөҫлөгө һәм тасуирлығы, видеотөшөрөү һәм монтаж сифаты.

Шулай итеп, ҡалған  еңеүселәр:

Сабыйҙар араһында: Абдулҡадир Усманов ( 1-се балалар баҡсаһы).

1-4 класс уҡыусылары араһында:   1-се урындар -   Виктория Әсәҙуллина ( 9-сы мәктәп), Салауат Исхаҡов һәм Зарина Музағафарова  (Ә.Ғ. Хөснөтдинов ис. мәктәп);  2-се урындар –Асель Кәримова (Илсе мәктәбе), Ралина Нурмөхәмәтова ( 9-сы мәктәп); 3-сө урындар – Илнар Нуритдинов (Ҡунаҡбай мәктәбе), Тигран Мхитарян ( 9-сы мәктәп).

5-8 класс уҡыусылары араһында: 1-се урындар -   Шамил Кәримов (Илсе мәктәбе), Айгөл Солтанова (Уральск мәктәбе); 2-се урын – Булат Вәлиәхмәтов (3-сө лицей); 3-сө урын – Рөстәм Хөсәйенов һәм Ангелина Хажиәхмәтова (3-сө лицей).

“Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында – Ранель Янов (Мансур балалар баҡсаһы).

“Кадрҙа класс!” номинацияһында -  3-сө лицейҙың  8 В класы.

“Ижади дуэт” номинацияһында – Гөлшат Мостафина һәм Эвелина Хажиәхмәтова  (3-сө лицей).

Бүләкләү тантанаһы еңеүселәр өсөн дә, уларҙы дәртләндереп торған педагогтар һәм ата-әсәләр өсөн дә тулҡынландырғыс мәл булды.
⠀Байрамға «Сулпылар» (етәкселәре  А. А. Хәлилова, Л.Х. Джузенова), «Ҡояшҡай» (етәкселәре А.А.Усманова, И.И. Әһлиева) һәм «Эдельвейс» (етәксеһе З.М.Кулбәйетова З. М.) ижади коллективтарының бейеү сығыштары йәм өҫтәне. Барыһына ла афарин!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас